Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2021, 11:48

“Мөғжизәгә тиң кейеҙгә мин һәр саҡ ғашиҡ”,- ти Марина Завьялова

-Күңел йылымды һалып яһаған һәр иҫтәлекле бүләгемде мөғжизәгә тиңләр инем.  Тирә-яҡтағыларға изгелек, матурлыҡ өләшкән уйынсыҡтарым – ысын әкиәт. Улар бар ғаләмгә бәхет юрап, йылы өләшкәндәй тойола, - тип һөйләне Марина

“Мөғжизәгә тиң кейеҙгә мин һәр саҡ ғашиҡ”,- ти Марина Завьялова
“Мөғжизәгә тиң кейеҙгә мин һәр саҡ ғашиҡ”,- ти Марина Завьялова

Рус милли орнаментына өҫтөнлөк биргән Марина Завьялова һигеҙ йылдан артыҡ тәбиғи йөндән уйынсыҡтар эшләү менән мауыға. Благовещен ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытҡан был оҫтаның шәхси коллекцияһында күпселек хайуандар тәшкил итә.

“Һөнәри бизнесты үҫтереүҙә туристик хеҙмәттәр күрһәтеү” район-ара семинарҙа үткән оҫталыҡ дәресендә  Марина Анатольевна Өфө һәм Бөрө ҡалаларынан килгән ҡунаҡтарға тәбиғи йөндө әүәләп, уны махсус энәләр менән тишкеләп, артабан эшкәртеү һәм күләмле изделие әҙерләү өсөн ярымпродукт яһау мәлен дә күрһәтте. Халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәрен тергеҙеү, милли мәҙәни – мираҫҡа хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатын күҙ уңында тотоп, эш иткән оҫта тәбиғи материалдан яһалған уйынсыҡтары менән районда киң билдәле. Ҡул эшенә оҫталарҙан сыҙамлылыҡ һәм тырышлыҡ талап иткән кейеҙ баҫыу оҫтаһы ҡунаҡтарҙы  төрлө энәләр менән эшләү серҙәренә лә төшөндөрҙө. 

-Күңел йылымды һалып яһаған һәр иҫтәлекле бүләгемде мөғжизәгә тиңләр инем.  Тирә-яҡтағыларға изгелек, матурлыҡ өләшкән уйынсыҡтарым – ысын әкиәт. Улар бар ғаләмгә бәхет юрап, йылы өләшкәндәй тойола, - тип һөйләне Марина Завьялова.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: