Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2021, 15:21

Батырлыҡ ҡылғандар тәбрикләнде

 "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән "Йәш быуын Геройҙары" форумында Шишмә районынан да вәкилдәр ҡатнашты. 2018 йылдан алып Башҡортостандың Йәш гвардияһы тарафынан тормошҡа ашырылған был илһөйәрлек проекты сиктәрендә республикала быйыл да батырлыҡ күрһәткән 30 йәш кеше бүләкләнде.

Батырлыҡ ҡылғандар тәбрикләнде
Батырлыҡ ҡылғандар тәбрикләнде

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән "Йәш быуын Геройҙары" форумында Шишмә районынан да вәкилдәр ҡатнашты. 2018 йылдан алып Башҡортостандың Йәш гвардияһы тарафынан тормошҡа ашырылған был илһөйәрлек проекты сиктәрендә республикала быйыл да батырлыҡ күрһәткән 30 йәш кеше бүләкләнде.

Кемдеңдер ғүмеренә хәүеф янағанда, тап ошо бүләкләнеүселәр ҡыйыулыҡ күрһәтеп, үҙен аямайса бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарыуға ташланған һәм киҫкен хәлдәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтә белгән үҫмерҙәр кешене янғындан һәм һыуҙан да ҡотҡара алған. Ундай геройҙар күп булһа ла, күп осраҡта улар киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ булып ҡала. Тормошҡа ашырылған был проект ошондай шәхестәр тураһында йышыраҡ һөйләргә, уларҙың батырлығында йәш быуынды тәрбиәләргә мөмкинлек бирә. Сарала ҡатнашҡан билдәле кешеләр Шишмә районынан килгән Фаяз Хәйбуллин менән Александр Шаповаловҡа "Урман янғындарын һүндереү" номинацияһын тапшырҙы.

-Йәш быуын геройҙары исемлегенә индерелеп, номинация менән бүләкләнеүебеҙҙән бик ҡәнәғәтбеҙ. Күрше районда янып киткән урманды янғындан ҡотҡарҙыҡ. Ҡараңғы төндән иртәнгәсә ут менән көрәшә – көрәшә хәлдән тайҙыҡ. Хәл бик ауыр булһа ла, урманды ялмап алған утты икәүләп туҡтата алдыҡ. Шулай уҡ был сарала республиканың төрлө тарафтарынан килгән йәштәштәребеҙ менән танышып, ошо проект сиктәрендә төшөрөлгән "Геройҙар беҙҙең арала" тигән фильмдың презентацияһында ла ҡатнаштыҡ, - тип һөйләне Шишмә егеттәре.

Сос һәм батыр, ҡыйыу һәм отҡор егеттәре менән шишмәләр һис шикһеҙ ғорурлана, уларҙы башҡаларға миҫал итеп тә күрһәтә.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: