Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2021, 12:20

Билдәле конкурстан еңеү менән

Благовещен ҡалаһы мәҙәниәт үҫеше үҙәгенең “Дуҫлыҡ” татар йыр ансамбле   республикабыҙҙа легендар йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева һәм талантлы композитор, музыкант Бәхти Ғайсиндың иҫтәлегенә «Ике аҡҡош» республика музыкаль конкурсында ҡатнашты. 

 Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу, йыр сәнғәтен пропагандалау, халыҡсан башҡарыуҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, милли йыр-моңдо башҡарыусы йәштәрҙе асыҡлау, халыҡтар дуҫлығын нығытыу конкурстың төп маҡсаты булып тора.

Йылдан-йыл билдәлелек яулай барған был конкурста ҡатнашҡан “Дуҫлыҡ” татар йыры ансамбле һәм уның һәләтле ағзаһы Әнфисә Әйүпова Фәриҙә Ҡудашеваның репертуарынан халыҡ йырҙарын, заманса музыка әҫәрҙәрен оҫта башҡарып, республика кимәлендә призлы урындар яуланы. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, БР милли-мәҙәни татар автономияһы, БР халыҡтары Ассамблеяһы һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған «Ике аҡҡош» конкурсында ансамбль өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнһә, ә йырсы Әнфисә Әйүповаға “Йыр сәнғәтенә тоғро булғаны өсөн” тигән номинация тапшырылды.

Район данын республика кимәленә тиклем күтәргән был ансамблгә алда ла ижади уңыштар һәм яңынан – яңы ҡаҙаныштар теләп ҡалайыҡ!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: