Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2022, 17:55

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нуриман районында булды

Ул "Люкс" йәмғиәтенә юл яны сервисын үҫтереү буйынса республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. Ошо уҡ ауылда Радий Хәбиров табип амбулаторияһын ҡараны, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Алдағы йәй бинаға капиталь ремонт эшләйәсәкбеҙ, тип белдерҙе Республика Башлығы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нуриман районында булды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нуриман районында булды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нуриман районында булды. Республика Башлығы аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларын ҡараны, социаль объекттарҙа булды.

Радий Хәбиров "Люкс" йәмғиәтенә юл яны сервисын үҫтереү буйынса республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. Ошо уҡ ауылда Радий Хәбиров табип амбулаторияһын ҡараны, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Алдағы йәй бинаға капиталь ремонт эшләйәсәкбеҙ, тип белдерҙе Республика Башлығы.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Байгилде ауылындағы лицейҙа булды. Радий Хәбиров, лицейға мотлаҡ яңы ашхана төҙөйәсәкбеҙ, тип вәғәҙә итте. БР Мәғариф министрлығында яңы интернат төҙөү мәсьәләһе лә ҡараласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нуриман районында булды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нуриман районында булды
Читайте нас: