Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2022, 14:01

Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө

Инде онотола барған, ләкин оло быуын кешеләрендә ҡәҙерләп һаҡланған, өләсәй, олатайҙарҙан мираҫ булып ҡалған мәҡәл-әйтемдәр менән йәш быуын вәкилдәре китапханасы Рәзилә Әхмәтшина ярҙамында танышты.

Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө
Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө

Район китапханаларында М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы «Башҡорт теле аҙналығы» марафоны үтте. Һәр ауыл китапханаһы сараны тематик яҡтан бик йөкмәткеле итеп ойошторҙо.

Ҡара Яҡуп ауыл китапханаһында үткән сара «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө» тигән исем аҫтында үтте. Түңәрәк өҫтәл артында үткән «Аҡмулланың аҡ юлы» исемле әҙәби кисәгә мәғрифәтсенең ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар йыйылды. «Башҡорт теле – аҡыл теле» кисәһендә башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәрен яҡшы белеүселәр ҡатнашты. Кисәлә ҡатнашыусылар башҡорт теле мәҡәл һәм әйтемдәргә бик бай икәненә тағы бер тапҡыр инанды. Инде онотола барған, ләкин оло быуын кешеләрендә ҡәҙерләп һаҡланған, өләсәй, олатайҙарҙан мираҫ булып ҡалған мәҡәл-әйтемдәр менән йәш быуын вәкилдәре китапханасы Рәзилә Әхмәтшина ярҙамында танышты.

Шөңгәккүл ҡасабаһында йәшәүселәр интеллектуаль уйын «Йомробаш» та ҡатнашты, уйындар «Башҡорт теле – аҡыл теле» девизы аҫтында барҙы. Әүҙем йәштәр «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» форматта ойошторолған уйында, аҡыл көсө, уҡымышлы кешеләр тураһында фекер алышты. Әлибай ауыл китапханаһында «Башҡорт теле – шөкөр теле» акцияһы үтте. Ә һеҙ үҙегеҙ шөкөр итә беләһегеҙме? Ололар нимәгә шөкөр әйткәнен ишеткәнегеҙ бармы? Балалар ошондай һорауҙарға яуап бирҙе, әсәй-атайҙарының, өләсәй-олатайҙарының һүҙҙәрен, доғаларын иҫкә төшөрҙө. Таңһылыу Хәсәнова ойошторған был акция балаларҙа әҙәп, һүҙ ҡәҙерен белергә өндәне.

Район китапхаһында «Башҡортса гәзит һәм журналдар көнө» лә ҡыҙыҡлы билдәләнде. Башҡорт телендә сыҡҡан район-ара баҫма «Йәйғор» тураһында, уның хәбәрсеһе менән осрашыу ҙа ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәлгә килеүселәр хәбәрсегә һорауҙар бирҙе, гәзитте укыусылар менән дә әңгәмәләште. Был көндө йәш тамашасыларға башҡорт телендә ҡыҫҡа метражлы фильмдар, «Дуҫыңа башҡорт теле хаҡында һөйлә» тигән видеоролик та күрһәтелде.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: