Йәйғор
+24 °С
Дождь
Новости
11 Февраля 2022, 07:49

Дуҫтарға ярҙам итәйек!

Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар. Улар беҙгә баҡса үҫтерергә, уңыш алырға ярҙам итәләр.

Дуҫтарға ярҙам итәйек!Дуҫтарға ярҙам итәйек!
Дуҫтарға ярҙам итәйек!

Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар. Улар беҙгә баҡса үҫтерергә, уңыш алырға ярҙам итәләр.

Тик ҡышын ҡоштарға бик ауырға тура килә. Уҡытыусыбыҙ: “Ҡоштарға һалҡын түгел, ә аслыҡ ҡурҡынысыраҡ”,-ти. Шуға ла класыбыҙ менән тағараҡтар эшләп, дуҫтарыбыҙға ярҙам итергә булдыҡ.

Һәр кем ҡул аҫтындағы материалдан тағараҡ эшләне. Күп кенә дуҫтарыма аталары ярҙам итте. Уларҙың тағараҡтары ныҡлы булды, тимәк, оҙаҡҡа етәсәк. Класташым Вилданов Алмаз тағараҡты үҙе эшләне.

Тағараҡтарҙы элеп, унда көнбағыш, бойҙай, икмәк валсыҡтары һалдыҡ. Күгәргән икмәк, тары ярмаһы ҡоштарға ярамай. Улар рәхәтләнеп тамаҡ ялғайҙар, сыр-сыу килеп беҙгә рәхмәт әйтәләр.

Дуҫтарыбыҙҙы ҡышты ҡышлап сығырға ярҙам итәйек.

Автор:admin28@rbsmi.ru
Читайте нас