Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2022, 17:05

Изгелек ҡыл да һыуға һал...

Благовещен заводы һәм ҡала-район халҡы “Берләштерелгән металлургия компанияһы – Ҡатнашыу” фонды менән берлектә “Яратыу менән йөрәккә” хәйриә акцияһына ҡушылды.

Изгелек ҡыл да һыуға һал...
Изгелек ҡыл да һыуға һал...

Благовещен заводы һәм ҡала-район халҡы “Берләштерелгән металлургия компанияһы – Ҡатнашыу” фонды менән берлектә “Яратыу менән йөрәккә” хәйриә акцияһына ҡушылды.

Февраль айында завод ашханаһында ойошторолған йәрминкәләрҙә төрлө ҡул эштәре, тәмлекәстәр, социаль эшҡыуарҙар әҙерләгән бүләктәр һатылып, бөтәһе 66 мең һум аҡса йыйылды. Был изге эштәргә ҡаланың балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар әүҙем ҡушылды. Әсәһе заводтың механик йыйыу цехында туҡыусы булып эшләгән һигеҙ йәшлек Ваня Стародубцевҡа ла ошо фондтан утыҙ мең һумлыҡ ярҙам итеү күҙаллана. Былтыр ғына инвалидлыҡ бирелгән малай тыумыштан ДЦП менән сирләй һәм уның күҙҙәре лә бик насар күрә. Оҙаҡламай уға Рәсәйҙең иң яҡшы табибтары операция эшләйәсәк.

Ярҙамға мохтаждарға битараф ҡала алмаған яҡташтарыбыҙ тарафынан йыйылған аҡсалар башҡа ғаиләләргә лә бүленәсәк. 

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: