Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2022, 13:55

Оҫта ҡулында тимер уйнай

Илһам Баков – тимерсе. Ул металдан төрлө предметтар эшләй. Үҙе өсөн уңайлы  эш урыны булдырған оҫта  кәрәкле инструменттар туплаған, ҡорамалдар һәм мейес ҡуйған

Оҫта ҡулында тимер уйнай
Оҫта ҡулында тимер уйнай

Илһам Баков – тимерсе. Ул металдан төрлө предметтар эшләй. Үҙе өсөн уңайлы  эш урыны булдырған оҫта  кәрәкле инструменттар туплаған, ҡорамалдар һәм мейес ҡуйған.  

Оҫта ҡулында тимер, баҡыр һәм уның иретмәләре, ҡурғаш, башҡа металл төрлө -төрлө һынға әйләнә. Ул сүкеп, иретеп йәбештереп, ҡойоп, һырлы, төҫлө матур изделиелар яһай. Ниндәй ауыр һәм ҡаты тимер ҙә уға сыҙамай, оҫта ҡулдарына буйһона. Һәр эшкә ҡыйыу тотона: ҡапҡаһын да эшләй, ғәҙәти булмаған эскәмйәләр ҙә, балкондары ла, рәшәткәләре лә. Бөтә ғәскәрҙәргә һәйкәл, парашют, якорь, төҙөлөш батальонының ҡыпсыуыры конструкциялары ла заказсыларҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай. Киләсәктә оҫта тағы ла ҙурыраҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу теләге менән янып йәшәй.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: