Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2022, 12:16

Дөйәғоштар янына сәйәхәт

Тирә-яҡты өйрәнеү дәресендә беҙ дөйәғоштарҙың Африкала ғына йәшәгәнен өйрәнгәйнек. Баҡтиһәң, улар яҡында ғына, Ғафури районының Инйылға ауылында ла барҙар икән

Дөйәғоштар янына сәйәхәт
Дөйәғоштар янына сәйәхәт

Тирә-яҡты өйрәнеү дәресендә беҙ дөйәғоштарҙың Африкала ғына йәшәгәнен өйрәнгәйнек. Баҡтиһәң, улар яҡында ғына, Ғафури районының Инйылға ауылында ла барҙар икән. Быны беҙ ошо ауылда урынлашҡан фермаға килгәс белдек.

Дөйәғоштар беҙҙе көтөп торған кеүек шунда уҡ йүгерешеп сыҡтылар ҙа, беҙ алып килгән емде тиҙ арала ҡулдан алып та бөттөләр. Шунда уҡ бейеп тә, йүгерешеп тә  күрһәттеләр. Был ҙур ҡоштарҙы күҙәтеүе бик ҡыҙыҡлы булды.

Фермала тағы ла төрлө төҫтәге фазандарҙы, павлиндарҙы, тауыҡтарҙы осраттыҡ. Ҡойроҡтарын йәйеп ебәргән павлиндарҙың матурлығына ла иҫебеҙ китте.

Ҡоштарҙан тыш төрлө йәнлектәр ҙә йәшәй икән: дөйәләр, яктар, ламалар, таплы боландар, марал, һарыҡтар, кәзәләр, ҡуяндар, төлкөләр... Рәсемдәрҙә генә күргән йән эйәләрен күҙәтеүе беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡл булһа, ә  яҡындағы кафеға инеп, дөйәғош йомортҡаһынан тәбә ашау файҙалы булды.

 Һәр беребеҙ экскурсиянан бай тәьҫораттар менән ҡайтты. Ошо сараны ойошторған уҡытыусыбыҙға, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтлебеҙ.

Автор:Гүзәл Иҙрисова, Өфө районының А.С.Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбе уҡыусыһы
Читайте нас: