Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2022, 13:48

Хәтерҙән юйылмаҫ был көн

22 июндә Благовещен халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Хәтер һәм ҡайғы көнө сиктәрендә төрлө саралар ойошторолдо

Хәтерҙән юйылмаҫ был көн
Хәтерҙән юйылмаҫ был көн

22 июндә Благовещен халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Хәтер һәм ҡайғы көнө сиктәрендә төрлө саралар ойошторолдо.

1941 йылдың 22 июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. Дүрт йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлә, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканың 278 яугире Советтәр Союзы Геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.

Благовещендар һәр йылдағыса быйыл да,  Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә алды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡаһарман яҡташтар хөрмәтенә ҡуйылған мемориалға, ҡала-райондың башҡа һәйкәлдәренә лә сәскәләр һалынды.

-Хәтерҙән мәңге юйылмаҫ 22 июнь көнө барыбыҙҙы берләштерә лә, күңелдә батырҙар иҫтәлегенә онотолмаҫ хәтирәләр ҙә йәшәтә. Хәтере ныҡ халыҡ батырҙарын онотмай, тарихи үткәне менән шәхси ғорурлана, - тип һөйләне райондың ветерандар советы рәйесе Рунизә Мәхмүтова.   

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: