Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2022, 13:20

Популяр йырсы Гүзәл Уразова ябай халыҡ менән нисек аралаша?

Популяр йырсы Гүзәл Уразова матур, йөкмәткеле йырҙары менән генә түгел, тыныс холоҡло һәм кешелекле, ябай һәм хәстәрлекле булыуы менән дә халыҡ араһында киң билдәле. Уны халыҡ, айырыуса балалар, ихлас ярата.

Мәҫәлән, пандемия ваҡытында күп артистар эшһеҙ ҡалды. Гүзәл Уразова хәләл ефете Илдар Хәкимов менән күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Йөклө булыуына ҡарамаҫтан, ярҙамға мохтаж ғаиләләргә аҙыҡ-түлек, уларҙы көндәлек тормоштағы кәрәк-яраҡ менән дә тәьмин итеүгә лә булышты. Күптән түгел, тиктормаҫ Гүзәл балалар йортонан ике сабыйға яңы ғаилә эҙләне. Бер нисә мәсет төҙөргә лә үҙенең хәләл көсөн индерҙе был тырыш ҡатын. Ғөмүмән, уның һанап бөтөргөһөҙ ҡылған изгелектәрен халыҡ онотмай, улар Гүзәл Асҡар ҡыҙына тик рәхмәттәрен, изге теләктәрен генә яуҙыра.

“Был көндәрҙә Гүзәл менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеп, яҡын итеп аралашып алыу форсаты тейҙе, - тип һөйләне «Йәйғор» гәзитенең баш мөхәррире Лира Батыргәрәева. – Ҡарап туйғыһыҙ сибәр  ҡатындың йомшаҡ теле, үҙен тотошо, аҡыллы, йылмайып торған күҙҙәре лә, мине үҙенә тартты һәм тылсымлы матурлығы менән әсир итте”.  

Бөгөн беҙ етеш тормошта йәшәйбеҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә барыһына ла кәрәкле булған ыңғай сифаттар юғалып барған төҫлө тойола. Тап ошо йәһәттән Гүзәл Уразова - йәш быуынға ысын миҫал булып тора тип иҫәпләйем!

Матурлыҡ өлгөһө булған ижади шәхес Гүзәл Уразова пар ҡанаты Илдар Хәкимов, ҡәҙерле балалары менән алдағы йылдарҙа ла һәр бер аҙымын матур эштәр менән биҙәп, уны күңел күҙе менән күреп һәм уның сағыу нурын тойоп, тамашасыһына ихлас өләшһен, бәхетле булһын.

Популяр йырсы Гүзәл Уразова ябай халыҡ менән нисек аралаша?
Популяр йырсы Гүзәл Уразова ябай халыҡ менән нисек аралаша?
Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: