Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2022, 17:09

Ир-егеттәр Илештә туҡтап ял итәсәк

БР Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән алыҫ юлға юлланған резервистар туҡтап ашаһын, ял итһен өсөн илештәр бер көн эсендә махсус пункт булдырҙы. Унда кисә көндөҙ Ҡырмыҫҡалы, Архангель, Борай һәм Мишкә районынан ир-егеттәрҙе ҡабул иттеләр. Төндә белореттарҙы ҡаршылап оҙаттылар.

Ир-егеттәр Илештә туҡтап ял итәсәк
Ир-егеттәр Илештә туҡтап ял итәсәк
Район башлығы Илдар мостафин әйтеңенсә, пунктты ойоштороуға бар район ярҙам иткән. Юлсылар юл һалған, төҙөүселәр бинаны рәтләгән, мәктәп уҡытыусылары өҫтәл-маҙар эшләгән. Юл буйы кафеларын тотҡан эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары аҙыҡ-түлек килтерә. Егеттәр алдында концерт та ҡуйғандар, мулла юл доғаһы ла уҡыған.
 
Үтге Йәркәй ауылы халҡы резервсыларға күстәнәс тә биреп ебәрә икән.  
Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: