Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2022, 14:57

Эшкә килеп, бәләгә тарыған

23 сентябрҙең кисендә «Шкода Октавиа» машинаһы водителе Благовещен-Павловка автомобиль трассаһында эшләп йөрөгән 22 йәшлек юл хеҙмәте эшсеһен күрмәй, уны машинала бәрҙереп киткән.

Эшкә килеп, бәләгә тарыған
Эшкә килеп, бәләгә тарыған

35 йәшлек ир Благовещен яғынан Павловка ҡасабаһы яғына юлланған ваҡытта ошондай хәл теркәлгән. Бәләгә тарыған ир тап ошо осорҙа машиналарҙы үткәреп тороу менән мәшғүл булған. Юл-транспорт ваҡиғаһына осраған ир күп төрлө йәрәхәттәр алып дауалау учреждениеһына урынлаштырылған.
Уҙған тәүлектә республика юлдарында 18 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шулар эсенән бер кеше һәләк булған, 20 кеше төрлө йән йәрәхәттәре алған. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: