Йәйғор
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2023, 14:16

Ғаилә ҡорорға уйлайһығыҙмы?

Дәүләт хеҙмәттәрендәге түбәндә күрһәтелгән сервистарҙың һеҙгә кәрәк булыуы ихтимал

Ғаилә ҡорорға уйлайһығыҙмы?
Ғаилә ҡорорға уйлайһығыҙмы?

Ғаилә ҡорорға уйлайһығыҙмы? Дәүләт хеҙмәттәрендәге түбәндә күрһәтелгән сервистарҙың һеҙгә кәрәк булыуы ихтимал:

- Никах теркәү https://vk.cc/cpCnrB

Онлайн рәүештә ғариза бирергә һәм үҙегеҙгә уңайлы никах теркәү датаһын һайларға мөмкин. ЗАГС-ҡа туй көнөндә генә барырға кәрәк була.

- Фамилия алмаштырғанда яңы паспорт алыу https://vk.cc/cpCnwX

Паспортты 30 көн эсендә алмаштырырға кәрәк. Әҙер паспортты йәшәгән урын буйынса Эске эштәр министрлығы бүлегендә алырһығыҙ.

- Водитель таныҡлығын алмаштырыу https://vk.cc/cpCnyq

Фамилия алмаштырыу сәбәпле водитель таныҡлығын алмаштырыу тураһында ғаризаны онлайн бирегеҙ. Әҙер документты ЮХХДИ-ның үҙегеҙ һайлаған бүлексәһендә алырға кәрәк.

- Автомобиль документтарын алмаштырыу https://vk.cc/cpCnB4

Дәүләт хеҙмәттәренә документтарға үҙгәрештәр индереүгә хаҡында ғариза бирергә мөмкин. Мәҫәлән, туйҙан һуң фамилияғыҙҙы алмаштыраһығыҙ икән, ошо хеҙмәт менән ҡулланырға була.

- Сит ил паспорты алыу https://vk.cc/cpCnCu

Фамилия алмаштырғанда иҫке йәки яңы өлгөлә документ юлларға кәрәк.

- Йәшәү урыны буйынса теркәлеү https://vk.cc/cpCnDX

Ғәмәлдәге теркәүҙе туҡтатырға һәм яңы адрес буйынса пропискаға инергә мөмкин - үҙегеҙҙең, тормош иптәшегеҙ һәм балаларығыҙ исеменән онлайн ғариза бирегеҙ.

- Балаларға һәм йөклө ҡатындарға берҙәм пособие https://vk.cc/cpCnF6

Килемгә баһа биргәндә никах теркәлгән осраҡта ғына ир кеше ғаилә составына индерелә.

- Бала тыуыуын теркәү https://vk.cc/cpCnGi

Электрон төрҙә эшләнгән медицина таныҡлығы булһа, бала тыуыуҙы теркәү онлайн рәсмиләштерелә. Әгәр ҡағыҙҙа икән, ғариза биреп, документ артынан ЗАГС-ҡа барырға кәрәк.

- Әсәлек капиталына сертификат https://vk.cc/cpCnHt

Сертификат бала тыуыуҙы теркәгәндән һуң әсәнең шәхси кабинетына электрон төрҙә килә.

Дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыу беҙ уйлағандан күпкә еңел! Дәүләт хеҙмәттәренең бөтә мөмкинлектәре менән танышыу өсөн порталдың рәсми каналына яҙығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: