Йәйғор
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2023, 22:50

Башҡортостанда бөтә ил композиторҙары, шағирҙары һәм йыр авторҙары өсөн «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй II патриотик йырҙар конкурсы бара

Проекттың маҡсаты - патриотик йыр жанрын тергеҙеү һәм популярлаштырыу, балаларға һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү.

Башҡортостанда бөтә ил композиторҙары, шағирҙары һәм йыр авторҙары өсөн «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй II патриотик йырҙар конкурсы бара. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Ҡатнашыу - бушлай.

Проекттың маҡсаты - патриотик йыр жанрын тергеҙеү һәм популярлаштырыу, балаларға һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү.

Еңеүселәрҙе дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, аҡсалата бүләк көтә. Приз фонды - 1 миллион һум.

Номинациялар:
1. «Шиғыр авторы» (рус һәм башҡорт телдәрендә)
2. «Композитор»
3. «Автор йыры»

Конкурс этаптары:
I этап - 15 июндән 15 авгусҡа тиклем, һайлап алыу
II этап - 16 август, ярымфинал
III этап - 26 - 27 август, финал һәм гала-концерт

Ғаризалар 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Бының өсөн конкурс материалдарын (музыкаль-шиғри әҫәр, шиғыр тексының һәм музыка авторҙарының исемен күрһәтеп, композицияның аудиояҙмаһы) һәм түбәндә һанап үтелгән документтарҙы электрон почтаға [email protected] ебәрергә кәрәк:

- ҡатнашыуға заявка (шаблонын конкурс Положениеһында ҡарағыҙ)
- паспорттың беренсе битенең һәм прописка күрһәтелгән биттең скан-күсермәһе, ИНН, СНИЛС
- автор хоҡуғы тураһында гарантия хаты (шаблоны - Положениела)
- хоҡуҡты сикләү тураһында килешеү (шаблоны - Положениела)
- шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ.

Финал гала-концерты 26 - 27 августа Өфөлә Совет майҙанында, «Тыуған ил өсөн һуғышта һәләк булғандарға бағышлана...» мемориаль комплексындағы уҙасаҡ. Унда Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары - Ольга Кормухина, Денис Майданов, Мәрйәм Мирабова, Александр Коган, Игорь Демарин, Варвара, Глеб Матвейчук, Инна Рудник, Екатерина Гладышева, «Республика» төркөмө, «Бабкины внуки» ансамбле ҡатнаша.

Тулыраҡ мәғлүмәт - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сайтында https://vk.cc/cq7dhf

Конкурс положениеһы: https://vk.cc/cq6yUL

#АңлатабыҙБашҡортостан

Читайте нас: