Йәйғор
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март , 17:01

Ауыл халҡы ла дәррәү ҡушылды

Ауылдаштарының батырлығын онотмаған халыҡ был программала еңеп сығырына, алдына ҡуйған маҡсатты тормошҡа ашырына ныҡлы ышана.

Ауыл халҡы ла дәррәү ҡушылды
Ауыл халҡы ла дәррәү ҡушылды

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһына Благовещен районының Волков ауылы халҡы ла дәррәү ҡушылды. Республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ иткән программа Башҡортостан Республикаһында 2014 йылдан алып 2030 йылға тиклем дауам итә. 

                1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған стеланы кәртәләп алыу - инициатив төркөмдөң төп идеяһы. Ауыл хакимиәте башлығы Гөлнара Карамова һүҙҙәренә ҡарағанда, ауылда программаны бойомға ашырыу бер нисә этапта үтә. Халыҡ йыйылыштар үткәреп, заявка төҙөүҙә оло әүҙемлек күрһәтте. Сөнки был программаны тормошҡа ашырыуҙа кешеләр үҙҙәре башлап инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Ауылдаштарының батырлығын онотмаған халыҡ был программала еңеп сығырына, алдына ҡуйған маҡсатты тормошҡа ашырына ныҡлы ышана.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: