Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март , 11:20

Башҡортостанда һайлауҙа 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тауыш бирҙе.

Илебеҙҙә мөһим ваҡиға -15 -17 мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау башланды

Башҡортостанда һайлауҙа 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тауыш бирҙе.
Башҡортостанда һайлауҙа 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тауыш бирҙе.

Благовещенда 1490-сы һайлау участкаһында 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрит Гәрәев тауыш бирҙе. Фәрит Кәбир улы ун ете йәшлек сағында Совет армияһы сафына китә. Грозный хәрби авиация училищеһының тиҙләтелгән осоусы-штурмовик курстарын үткән егет, шунан фронтҡа йүнәлә. Фәрит Гәрәев Сахалинды һәм Курил утрауҙарын азат итеү өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. Дөйөм алғанда, ул армияла ун йыл самаһы хеҙмәт итә. Ветерандың данлы юл үткәнен уның күкрәгендәге күп һанлы наградалары раҫлай.
Фәрит Кәбир улы Президентын һайлауҙа тауыш биргәндән һуң район хакимиәте башлығы Анна Карабанова менән аралашты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәсәйҙе бай, сәскә атҡан һәм яҡшы ҡоралланған ил итеп күрергә теләүен белдерҙе. Миңә 97 йәш. Бер тапҡыр ҙа, хатта армия хеҙмәтендә лә, һайлауҙарҙы үткәрмәнем. Һайлау участкаһына килеп, лайыҡлы кандидат өсөн тауыш биреү - ул һәр рәсәйленең гражданлыҡ бурысы булып тора, - тине ул. - Бөгөн йәнә илемдең киләсәге, һеҙҙең, йәштәрҙең, татыу һәм бәхетле йәшәүегеҙ өсөн тауыш бирергә килдем».
Аҡһаҡал Фәрит Гәрәев билдәләүенсә, тап бының өсөн хәҙер беҙгә берләшергә, тауыш бирергә һәм алдағы йылдарҙа Рәсәй ниндәй йүнәлеш буйынса барасағын һайларға кәрәк.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: