Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март , 11:54

Хәбәрсе фекере

Кисеүҙә ат алмаштырмайҙар

Хәбәрсе фекере
Хәбәрсе фекере

Минең мәктәп һәм университет йылдарым Л.И.Брежнев етәкселек иткән йылдарға тура килде. Һуңынаныраҡ ҡайһы бер сәйәсмәндәр ошо ваҡытты " торғонлоҡ осоро " тип тә атаны.Торғонлоҡ булһа ла, халыҡтың күңеле көр, иртәнгеһе өмөтлө булды.СССР тигән ҡеүәтле илебеҙ менән ғорурланып йәшәлде. Бай булмаһаҡ та, тормош етеш булды.
Хеҙмәт йылдары башында буш кибет кәштәләрен дә, талон системаһын да, бер туҡтауһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ла күрергә тура килде. М.С.Горбачев һәм Б.Н.Ельцин хакимлыҡ иткән йылдарҙа ил бөлдө, көрсөккә килеп терәлде. Ватан һаҡсыларының бәҫе төштө.Бәхеткә ҡаршы, Б.Н.Ельцин үҙ урынына лайыҡлы алмашсы ҡалдырҙы.
В.В.Путин Рәсәйҙе яңынан аяҡҡа баҫтырған, Көнбайыш илдәре алдында баш эймәгән, ил мәнфәғәте өсөн көрәшкән, башҡаларҙы Ватаныбыҙ менән иҫәпләшергә мәжбүр иткән дәүләт лидеры.Уның Федераль Йыйылыш алдында яңғыраған Мөрәжәғәтнамәһе алдағы йылдарҙа стратегик үҫеш планы. Барлыҡ эшмәкәрлек халҡыбыҙҙың тормош кимәлен яҡшыртыуға һәм дәүләт ҡеүәтен көсәйтеүгә йүнәлтеләсәк. Яңы тыуған сабый ҙа, мәктәп уҡыусыһы ла, йәштәр һәм хеҙмәт кешеләре лә,айырыуса яҡлауға мохтаж булған өлкән быуын кешеләре лә күҙ уңында тотола.
Президентыбыҙ һәр ваҡыт үҙ һүҙендә тора белеүсе етәксе икәнен күптән инде эше менән иҫбатланы. Һайлау осоронда халҡыбыҙҙың күпселеге үҙенең тауышын В.В.Путин өсөн бирәсәгенә тамсы ла шигем булманы. Әлеге ваҡытта, илебеҙҙең хәүефһеҙлеге, киләсәгебеҙҙең тыныслығы хаҡында һүҙ барғанда, аҡыллы фекер йөрөткән ватандаштарыбыҙ дөрөҫ ҡарар ҡабул итте.
Халҡыбыҙҙа тапҡыр мәҡәл йәшәп килә: “Кисеүҙә ат алмаштырмайҙар”. Тимәк, Рәсәй Федерацияһының хәҙергеһе һәм киләсәге әлеге Президентыбыҙ исеме менән бәйле!

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: