Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель , 15:29

Халыҡты ҙур байрам тупланы

Благовещенда «БлагоВест» республика фестивале киң ҡолас менән үтте

Халыҡты ҙур байрам тупланы
Халыҡты ҙур байрам тупланы

Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сәләмләне.
"Һеҙҙе рухи яҡтан бай, ғаиләләрҙе берләштереүсе байрамда сәләмләүемә шатмын. Благовещен, Благовещение, яҡшы хәбәр, хәйриәлек, изгелек тамыры менән бәйле ғәжәп һүҙҙәр. Һеҙҙең ҡала бында изгелек традициялары үҫешһен өсөн яҡшылыҡ эшләргә мәжбүр итә, - тип билдәләне Ленара Хәким ҡыҙы. - Благовещен районында күп социаль өлкә учреждениелары урынлашҡан. Халыҡ уларға ла, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә лә ярҙам итә. Бында күптәр йәмәғәт эшмәкәрлеген үҫтерә. Барығыҙға ла изге йөрәкле, ярҙамсыл булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Шулай уҡ Ленара Иванова халыҡтың яҡланмаған ҡатламдарына ярҙам күрһәткән предприятиеларҙы ла билдәләп үтте.
Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова ла благовещендарға мөрәжәғәт итте.
-“БлагоВест” фестивален дүртенсе йыл рәттән үткәрәбеҙ. Беҙҙә тәүге тапҡыр “Яҡшы хәбәрҙәр” рус мәҙәниәте фестивале үтте. Бөгөнгө байрамда һәр берегеҙ рус мәҙәниәтенең рухы, уның күп төрлөлөгө һәм матурлығы менән таныша алырлыҡ мәҙәни киңлек булдырҙыҡ, тип ышанам, - тине Анна Николаевна. - Беҙгә килгән коллективтарға, йырсыларға байрам ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Барығыҙҙы ла изге эштәр ҡылырға саҡырам, сөнки улар донъяны сағыуыраҡ һәм йәшәйеште матурыраҡ итә”.
Пресвятая Богородица Благовещение ғибәҙәтханаһы руханиһы Сергий Катаев ҡунаҡтаралдындағы сығышында ҡунаҡтарға мәңгелек ҡиммәттәр тураһында һөйләне. “Минең тамырҙарым Благовещен ере менән бәйле. Атайым, олатайым менән өләсәйем ерләнгән тыуған ергә ҡайтыуымды күҙ алдыма ла килтерә алмай инем. Ниһәйәт, был теләгем тормошҡа ашты. Халыҡ һәм Аллаһы Тәғәлә алдында хеҙмәт итеү өсөн яуаплылыҡты ҙур шатлыҡ менән тоям. Миңә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә яҡты хистәр, мөхәббәт теләйем, сөнки уларһыҙ йәшәү юҡ”, - тине Сергий Катаев.

Пирогтар фестивале
«Благовест» сиктәрендә пирогтар фестивале үтте. Бөтә байрам традицион рус мәҙәниәте стилендә ойошторолдо: милли кейемдә ҡатнашыусылар, кафтандар, гармундар, самауырҙар, әкиәт персонаждары... Ә күпме матур итеп биҙәлгән тәмле, татлы пирог төрҙәрен һүҙ менән генә тасуирлап булмай.
«Был ысын халыҡ күңел асыуҙары, улар үҙ эсенә рус йолаларында булған бөтә яҡшылыҡты һәм яҡтылыҡты алған», - тине Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ Людмила Коледина.
«Благовещен икмәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кондитеры Анна Шәмсетдинова 30 килограммлыҡ татлы пирог әҙерләгән. "Теләгән һәр кем символик хаҡҡа уларҙың ҙур булмаған киҫәген һатып ала алды. Ә һатыуҙан йыйылған бөтә аҡсаны беҙ бәләкәй Луиза Самойлованы дауалауға тапшырҙыҡ. Ҡыҙ церебраль фалиж менән сирләй", - тине Анна Александровна.
Эш урынын биҙәү өсөн хужабикәләр үҙҙәре менән төрлө һауыт-һаба: ғаилә көршәктәре, кәсәләр алып килгән. Кемдер өләсәйҙәр сигеп эшләгән таҫтамалдар, кемдер милли кейем өҫтәп йыйыштырған.
«Пирогтар тәмле килеп сыҡһын өсөн бөтә күңелдәге изге теләктәрҙе һалып бешерергә кәрәк», - ти Бедеева Поляна ауылы хужабикәләре.
“Беҙ яңы масштабҡа хайран ҡалдыҡ. Был байрамда беҙҙең ҙур, татыу ғаилә булып йәшәргә һәм бер-беребеҙҙең ярҙамын тойорға ярҙам иткән ынтылышыбыҙ сағыла. Кулинар оҫталары үҙҙәренең ижади һәләттәре, фантазия осошо, тапҡырлығы һәм ҡабатланмаҫ торттары менән бөтәһен дә таң ҡалдырҙы”, - тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Елена Куликова.
«Благовещенса пирогтар: уникаль рецептар» фестивалендә Анна Манайчева, Надежда Сивачева, Ирина Фәйзуллина, Мартемьяновтар ғаиләһе, Айһылыу Хәйруллина, Наталья Луговая, Светлана Стрижева, Татьяна Редникова, Рәмилә Ғәйнетдинова, Тәнзилә Искәндәрова, Любовь Новикова, Татьяна Сәфәрғәлиева, Юлия Ежова еңеүсе булды.

Беҙҙең егеттәр өсөн
«БлагоВест» фестивалендә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар байрам итеп кенә ҡалманы, махсус хәрби операция яугирҙары өсөн маскировка селтәрҙәрен үреүҙә лә ҡатнашты.
“Быға тиклем был ваҡиғаларҙың барыһы ла миңә ҡағылмағандай йәшәнем. Әммә быйылғы йылдың февраль айынан, селтәрҙәр үреү менән шөғөлләнә башлауым күңелем түренә үтеп инде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында минең туғандарым да, дуҫтарым да юҡ. Әммә мин унда булған яҡташтарымдың хәүефһеҙлеге өсөн тырышам, уларға ярҙам итәм,- ти Нина Субботина. -Тап маскировка селтәре, япма үреү миңә ҡәнәтлелек тойғоһо бирә. Благовещенда был эш менән шөғөлләнергә теләүселәр күп. Әгәр йылдар үткәс, балалар һәм ейәндәр: «Ә һеҙ ил ҡатмарлы хәлдә булған ваҡытта нимә эшләнегеҙ? " - тип һораһалар, беҙ уларға үҙебеҙ башҡарған эштәр тураһында лайыҡлы яуап бирәсәкбеҙ”.
Был изге эшкә йәш егеттәр Никита Розыев һәм Евгений Савиных та әүҙем ҡушылған. “Маскировка селтәрен үрергә өйрәнеү, тәү ҡарашҡа ябай ғына шөғөл булып тойолһа ла, уны дөрөҫ итеп үреү ҡатмарлы һәм яуаплы эш. Яугирҙарыбыҙ беҙҙең тыныс киләсәк өсөн яуызлыҡ менән көрәшкән ваҡытта беҙ, бында эшһеҙ ултырһаҡ, оят булыр. Шуға күрә, беҙ ҙә был мөһим эштәрҙән ситтә ҡала алманыҡ”.
Ҡыңғырау сыңы сәнғәте
Ҡыңғырау сыңы буйынса оҫталыҡ дәресен Благовещен, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан ҡыңғыраусылар үткәрҙе.
Благовещендан Никита Заболотский был оҫталыҡ дәресендә иң йәш ҡатнашыусыларының береһе. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Никита республикабыҙҙың төрлө ғибәҙәтханалары манараларының, кафедраль собор, монастырҙарҙың ҡыңғыраулыҡтарында булған. Егет ысын мәғәнәһендә ҡыңғырау сыңына тик тыуған Пресвятая Богородица Благовещение ғибәҙәтханаһында ғына ҡағыла алыуын әйтте.
Богдан Шәүәлиев байрамға Өфөнән килгән. 2018 йылдың июлендә йәш кеше суҡындырыла һәм шул уҡ көндө тәү тапҡыр манараға күтәрелә. Шул ваҡыттан алып, руханиҙың фатихаһын алып, Сергиев соборында ҡыңғырау сыңлата.
“Миңә һәр ваҡыт ҡыңғырау сыңлатыу оҡшай ине, әммә элек уны монахтар, йә руханиҙар сыңлата тип уйлай инем, ә бөгөн был матур эш менән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа шөғөлләнгәнен күрҙем. Тыңлайһың һәм йәнең кинәнес ала, шатлана”, - тине Анна Власова.

Киңлек һәм рухи байлыҡ
“Яҡшы хәбәрҙәр” рус мәҙәниәте байрамын асыу тантанаһы ла үтте.
Күңелле һәм иҫтәлекле байрам мәлендә хор коллективтарын, ансамблдәрҙе, солистарҙы һәм тамашасыларҙы дәртле йыр-моңға тәрән һөйөү берләштерҙе.
“Был байрам республикабыҙҙың күп милләтле халҡын боронғо халыҡ сәнғәтен, ватаныбыҙҙың рухи байлығы аша ылыҡтырҙы, - тине Кушнаренко районынан ҡатнашыусы Гөлназ Ханнанова. - Рус йыры илебеҙҙең символы булып тора. Дуҫтар йәки ғаиләләр араһында, яңғыҙ, шатлыҡ һәм ҡайғы минуттарында һәр ерҙә беҙҙең менән йыр бергә йәшәй һәм йәнәш атлай”.
Концерт программаһы сағыу, илһамлы сығыштар менән тулы булды, уларҙа рус халҡының ҡеүәте, тыуған киңлектәрҙең матурлығы сағылды һәм был милләт йөрәгенең йылыһы тойолдо.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: