Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Май , 14:51

Ологүл менән Дим осраша

Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында “Кәли ҡарттың ҡапҡа төбөндә” исеме аҫтында бик матур сара ойошторолдо. Инде күптән бындай ташҡын һыуын күрмәгән ауыл халҡына был ҙур шатлыҡ булды.

Ологүл менән Дим осраша
Ологүл менән Дим осраша

Һыу - Ер йөҙөндәге бөтә тереклек өсөн Аллаһы Тәғәләнең биргән бер буләге.Һыу-йәшәү сығанағы.
-Һыу килеүе, Ологүлебеҙҙең ярҙары тулышыуына сикһеҙ шатбыҙ.Туғайҙарҙа үлән үҫер,малдарыбыҙ туҡ булыр, яландарҙы тултырып сәскәләр сәскә атыр, ҡорттар шифалы бал йыйыр. Күптән инде йыуа, ҡуҙғалаҡ,балтырған үҫмәй башлағайны, уларҙы ла ауыҙ итергә насип булыр, - ти ауыл старостаһы Рим Йосопов.
-Күлебеҙ таҙарып,балыҡ кереп ҡалыр,ҡамыш баҫҡан ваҡ күлдәр яңынан терелер,- тип ҡыуана Мансур ағай Юламанов.
Ҡаҙанда балыҡ һурпаһы бешеп,самауырҙарҙа сәй ҡайнағансы, ауыл аҡһаҡалы Сабирйән ағай Дәүләтшин Ологүл күле тарихы менән таныштырып үтте.
- Ата-бабайҙарға рәхмәтлебеҙ, шул замандарҙа ла киләсәк тураһында уйлап эш иткәндәр, Өйҙөрәк тамағынан ат, көрәк ярҙамында канау ҡаҙып Ологүлде тоташтырып, ҙур һыу керетеп Сүгермәк, Яйпаҡ күлдәрен бергә ҡушып, ауыл халҡын һыу менән тәьмин иткәндәр.Туғайыбыҙ ҙур, бәләкәй күлдәре менән йәмле, 30-н артыҡ улар, исемдәре лә матур Шыма, Алтын,Уҫаҡлы, Айкүле, Ҡондоҙло, Имәнле,Ҡалмаҡсура, Ярсүгермәк. Килер быуындарға аманат- күлдәребеҙҙе ҡоротмай һаҡларға кәрәк, - тип һүҙен тамамланы ауылдың иң оло ир-егеттәренең береһе.
Ауылыбыҙ арҙаҡлы шәхесе, шағирәбеҙ Миңлегөл Хисмәтуллинаның "Ерәнсәй" поэмаһын Ғәйшә Йосопова уҡып үтте.
-Элегерәк ташҡын бик ҡеүәтле булған, ауылдың осонда урынлашҡан йорттар утрау булып бүленеп ҡалған. Кәлимулла бабай ҡапҡаһы тәңгәлендә бер яҡтан Дим, икенсе яҡтан Ологүл ҡушылып, оло даръя булып һыу йәйрәп ятҡан. Хәҙер аңланығыҙмы инде Кәли ҡарттың ҡапҡа төбөндә “Ологүл менән Димдең осрашыуын”?- тип аңлатты йыйылыусыларға Ғәйшә апай Йосопова.


Һыу буйҙарын яңғыратып аҙан тауышы яңғыраны һәм уның моңо алыҫтарға таралды.Ауылдаштар бергә доға ҡылып, уларҙың һәр береһе күңеленән теләктәрен әйтте.
Килендәр көйәнтәгә силәктәр элеп, йырлай-йырлай һыу юлын ҡабатланылар. Яланда йыр-бейеү дауам итте, теләгәндәр уйынға ла ҡушылып китте. Һағындырған гармун тауышы Дим тулҡындарында тирбәлеп, уларға ҡушылып, бөтә ғаләмгә именлек, бәхет теләп, алға табан ағып киткәндәй тойолдо.
Был ҡояшлы, матур көндә Ябалаҡлы ауылында тағы ла бер матур йолаға нигеҙ һалынды.

Ологүл менән Дим осраша
Ологүл менән Дим осраша
Автор:Лена Булатова, Шишмә районы.
Читайте нас: