Бәләкәй ҡалаларҙа табиптар һәр ваҡыт айырым иҫәптә тора, квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итеү ҙә ауырлаша. Медицинаны үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль, республика һәм муниципаль программалар ярҙамында Благовещен үҙәк район дауаханаһы йәш кадрҙар менән тулылана.
Медицина университетын тамамлаусыларҙың һөнәре буйынса эшләүҙән баш тартыуы республикала табиптар етешмәүҙең төп сәбәбе булып тора-, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Табиптар етешмәү проблемаһын хәл иткәндә медицина колледждарын тамамлаусыларға айырым иғтибар бирергә кәрәк, тип билдәләне ул. Тап улар, Хәбиров фекеренсә,»ҡарар ҡабул итте һәм үҙҙәрен медицинаға хеҙмәт итеүгә бағышлаясаҡ". Медицина хеҙмәткәре ҙур ҡалаларҙан ситтә нығынһын өсөн, уның тормошон мөмкин тиклем уңайлы итергә кәрәк.
Республика дауаханаларына һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарына бөтәһе 4400-ҙән ашыу урта звено хеҙмәткәрен һәм 300-ҙән ашыу ашығыс ярҙам белгесен йәлеп итергә кәрәк. Кадрҙар өсөн көрәштә урындағы властар килгән табиптарға хеҙмәт фатирҙары һәм йорттар бүлә, «коммуналка» ны компенсациялай, өҫтәмә түләүҙәр индерә, балаларҙы балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә урынлаштырырға ярҙам итә.
Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан булған Нәзилә Сөләймәнова “Ауыл табибы” программаһы буйынса миллион һум аҡса алды. Ул бала саҡтан табип булырға ҡарар иткән, шуға күрә мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына документтарын тапшырған.
Диплом алған йәш белгес маҡсатлы йүнәлеш программаһын файҙалана һәм ординатурала «Ультратауыш диагностикаһы» һөнәре буйынса уҡыуын дауам итә. Тыуған районының медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән табипҡа тейешле квота булмай сыға. Был осраҡта ла Нәзилә Сәғит ҡыҙы юғалып ҡалмай, ә Благовещен ҡалаһына эшкә килергә ҡарар итә. Үҙәк район дауаханаһында булған квота аша ул ординатурала уҡыуын тамамлай һәм бына инде һигеҙ ай дауамында район поликлиникаһында пациенттар ҡабул итә.
Нәзилә Сөләймәнова «Ауыл табибы» программаһы сиктәрендә миллион һум аҡса алды, ул тотороҡло тормош өсөн яҡшы ярҙам булды.
“Беренсенән дәүләттең ҙур матди ярҙамы табиптар өсөн өсөн бик кәрәкле булһа, ә икенсе яҡтан медицина учреждениелары - талап ителгән белгестәр менән тулылана», - ти мәҡәлә геройым.
Нәзилә Сәғит ҡыҙына, әйткәндәй, программа буйынса алынған аҡсаны торлаҡ шарттарын төҙөкләндереүгә тотонорға тура килмәне. Сөнки ҡала хакимиәте белгестәрҙе табипты социаль торлаҡ менән тәьмин итте. 2023 йылдың сентябренән фатирҙан тыш, табиптар тулы мебель комплекты ла алыу хоҡуғына эйә булды.
Медицинанан тыш, Нәзилә Сөләймәнова спорт, китап уҡыу менән дә мауыға. Йәш белгес үҙенең өлгөһө менән илһамландыра, табип булыу - ул кешеләрҙе дауалау ғына түгел, ә тирә-яҡ донъяны яҡшыраҡ итеү икәнен күрһәтә.
Асҡын районы ҡыҙы Сулпан Шәйхинурова мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм дәүләт идаралығы институтына уҡырға инә. Ҡыҙ һайлаған һөнәре уныҡы түгеллеген тиҙ арала аңлай. Ул документтарын ала, Благовещен үҙәк район дауаханаһында Башҡорт дәүләт медицина университетына маҡсатлы йүнәлеш барлығын белеп ҡала һәм мотлаҡ уның менән файҙаланырға ҡарар итә.
«Университетта уҡыған саҡта Өфөнөң 21-се дауаханаһында мейелә ҡан әйләнеше боҙолған ауырыуҙар менән неврология бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләнем. Йүнәлеште һайларға ваҡыт еткәс, неврологияны һайланым, - ти йәш табип-невролог. - Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Благовещен үҙәк район дауаханаһына эшкә килдем. Остазым Миләүшә Хәйруллинаға рәхмәтлемен, Уның менән күп нәмәгә өйрәнеүемде дауам итәм».
Ләйсән Хәбирова 2022 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын «дауалау эше» профиле буйынса тамамлаған. Хеҙмәт юлын ҡыҙ Өфөнөң 50-се ҡала поликлиникаһында башлап ебәргән. Благовещенда йәш белгестәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелеүен белгәс, бында эшкә килергә ҡарар итә.
«Бынан тыш, бәләкәй ҡалаларҙың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында табиптарға ай һайын 50 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр түләнә, - ти Ләйсән Ирек ҡыҙы. - Бала саҡтан табип булырға хыялландым. Башҡа бер ниндәй һөнәрҙә лә үҙемде күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Ә республика ярҙам иткәндә, эшләргә теләк ҙур».
"Һуңғы ике айҙа һигеҙ табипты һәм ун урта медицина хеҙмәткәрен, шул иҫәптән ашығыс медицина ярҙамы фельдшерын эшкә алдыҡ. Июнь айында табип-уролог, участка терапевты, август айында участка терапевтары, хирург, невролог, педиатр һәм ике стоматолог эшкә урынлашты. Алдағы ике айҙа беҙгә маҡсатлы йүнәлештәр буйынса белем алған белгестәр ҡайта. Улар араһында кардиолог, ультратауыш диагностикаһы табибы һәм башҡалар бар. Беҙҙең бурыс-халыҡҡа тейешле дауа биреү, бының өсөн бөтә көсөбөҙ менән квалификациялы табиптарҙы һәм урта медицина персоналын йәлеп итәбеҙ, - ти Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикала табиптар һаны 472 кешегә артҡан. Бынан тыш, Башҡортостанда халыҡтың уртаса медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин ителеше ил буйынса уртаса күрһәткестән күпкә юғарыраҡ – 10 мең кешегә 96-нан ашыу хеҙмәткәр.
Һуңғы биш йылда Башҡортостан халыҡтың ғүмер оҙайлығын арттырыуҙа етди алға китеш яһаны. 2018 йылда ул 70,17 йәш тәшкил итә, ә хәҙер 73,2 йәш.
Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштарын РФ Президенты Владимир Путин да юғары баһаланы.