Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь , 14:44

Мөһим һәм изге миссия - тәрбиә биреү

Благовещен ҡалаһының 16-сы «Росинка» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Айгөл Абзалова менән Лариса Шубина 11 йыл бергә эшләй. Улар үҙ төркөмөндә ҡабатланмаҫ йылылыҡ һәм мөхәббәт атмосфераһын булдыра, унда балалар үҙҙәрен уңайлы тоя.

Мөһим һәм изге миссия - тәрбиә биреү
Мөһим һәм изге миссия - тәрбиә биреү

Балалар йортонда тәрбиәсе

Айгөл Абзалованың һөнәрен һайлауҙа 6–сы мәктәп директоры Надежда Машкина – мәҡәлә геройыбыҙҙың беренсе уҡытыусыһы ҙур роль уйнай. «Минең өсөн ул һәр саҡ миҫал булды. Уға ҡарап, башланғыс кластар уҡытыусыһы булыу теләге уянды, - тип хәтерләй Айгөл Тәлғәт ҡыҙы. - Әммә 1997 йылда Благовещен педагогия колледжына уҡырға ингәс, унда уға бер нисә яңы һөнәр, шул иҫәптән тәрбиәсе, ял ойоштороусы һөнәре менән социаль педагог тәҡдим ителә».

2002 йылда колледжды уңышлы тамамлай һәм Өфөнөң балалар йортона эшкә урынлаша. «Балалар йортонда тәрбиәсе булыу нимә аңлата? Был баланы яратыу, аңлау һәм тойоу, уны нисек бар, шулай ҡабул итеү, шәхесте, үҙаллылыҡты, әүҙемлекте баҫмайынса, бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кемдең үҙ-үҙен тотоу хоҡуғын хөрмәт итеү тигәнде аңлата. Миңә, 19 йәшлек ҡыҙға, 14-15 йәшлек үҫмерҙәр төркөмө бирҙеләр. Әлбиттә, уларҙың һәр береһе үҙ характерын күрһәтергә тырыша. Әммә бирешмәй, уларға тәрбиәсенең абруйлы булыуын, уның фекерен хөрмәт итергә кәрәклеген еткерә алдым. Хәҙер уларҙың ҡайһы берҙәре менән социаль селтәрҙәрҙә аралашып торабыҙ», - тип һөйләй Айгөл Тәлғәт ҡыҙы.

Айгөл Абзалова һүҙҙәренсә, тормошта бәхетһеҙ булған балаларҙы тәрбиәләү - ҡатмарлы һәм бик яуаплы эш. «Был үҙенсәлекле һөнәр - баланы аҡыллы, яуаплы, үҙ аллы, намыҫлы һәм изге күңелле кеше итеү. Эштә ауыр була башлағас, Благовещенға ҡайтырға булдым, - ти Айгөл Тәлғәт ҡыҙы. - 2009 йылда 16-сы балалар баҡсаһына эшкә килдем. Бында минең остазым Евдокия Михайловна Ситникова булды».

Балалар йылмайыуы – оло бәхет

Тәрбиәләнеүселәре менән уртаҡ тел табыу өсөн Айгөл Абзалова тәрбиәсе мөмкин тиклем оҙағыраҡ бала булып ҡалырға тейеш, ти. Бынан тыш, күп уйындар белергә, сөнки улар аша бала донъяны танып белә. «Беренсе көндә балалар баҡсаһына килгәс, оҙаҡ һоҡланып торҙом. Сабыйҙар шундай наҙлы, изге күңелле... Уларҙан шул тиклем йылы бөркөлә, һуңынан өйгә ҡайтып, әсәйемә балаларҙың шундай һөйөүсән булыуын һөйләнем. Һәр тәрбиәләнеүсенең исемен беләм, уның былтыр йәки ун йыл элек сығарылыуы мөһим түгел», - тип хәтерләй Айгөл Тәлғәт ҡыҙы.

Уның һүҙҙәренсә, 15 йыл элек ҡыҙҙар һәм малайҙар хәҙерге балаларҙан бөтөнләй айырыла. «Хәҙерге балалар күберәк белә, бынан тыш улар тиҙ яраҡлаша, ижади, ҡыйыу, - ти ул. - Балалар баҡсаһында инновацион технологиялар күп. Ғәҙәти уҡыу программаһынан тыш, балалар өсөн төрлө түңәрәктәр эшләй. Әммә, тәрбиәсе билдәләүенсә, өҫтәмә белем биреүҙең төрлө төрҙәренә ҡарамаҫтан, балаларҙың иң яратҡан шөғөлдәре - рәсем төшөрөү, аппликация, ә иң яратҡан уйындары – конструкторҙар менән эш итеү.

Ҡыҙы артынан

Лариса Шубинаның был һөнәргә килеүе бик үҙенсәлекле булмай: ул балалар баҡсаһына ҡыҙы арҡаһында эшкә килә. Благовещен педагогия колледжында уҡый, әммә дүртенсе курста үҙен башҡа өлкәлә һынап ҡарарға була, әммә унда үҙен таба алмай, шуға күрә бер йылдан һуң кире ҡайта һәм уҡыуын тамамлай. «Ҡыҙымды балалар баҡсаһына бирергә ваҡыт еткәс, минән башҡа уға ауыр булыр тип уйланым һәм унда эшкә барырға ҡарар иттем. Ә педагог карьераһы тураһында бала саҡтан уҡ хыяллана инем. Мин дөйөм ятаҡта үҫтем. Беҙҙең ғаилә ҙур, минән башҡа тағы өс ҡустым бар. Уларҙы, күрше балаларҙы йыйып, һәр ваҡыт нимәгәлер өйрәтә инем,-ти Лариса Владимировна. - Ә бында, балалар баҡсаһында, башым менән һөнәргә сумғас, мин уға ғашиҡ булдым. Башҡа бер ниндәй эш тә миңә бындай эмоциональ һәм рухи ҡәнәғәтлек бирмәйәсәген теүәл беләм.

Уның һөйләүенсә, тәрбиәсе эшендә бер көн икенсеһенә бер ҡасан да оҡшамай. Лариса Владимировна ата-әсәһе менән уртаҡ тел табыу ҡайһы берҙә ҡатмарлыраҡ булыуын әйтеп үтте. «Ата-әсәләр балалар баҡсаһы менән хеҙмәттәшлек итмәһә, балала нимәнелер үҙгәртеү бик ауыр буласаҡ», - тип өҫтәй тәрбиәсе.

Логопедия төркөмөндә эшләү

11 йыл элек Айгөл Абзалова менән Лариса Шубинаға бергә эшләргә тәҡдим итәләр. Улар ризалаша һәм үкенмәй. Был ваҡыт эсендә уларҙың алты сығарылышы була. Бөгөнгө көндә улар логопедия төркөмө тәрбиәселәре. Уларҙың һиҙгер етәкселеге аҫтында балалар бер маҡсатҡа берләштерелгән күп күнегеүҙәр башҡара. Балалар тауыштарҙы аныҡ әйтергә, диалог алып барырға өйрәнә, дөрөҫ телмәр һулышын һәм фонематик процестарҙы үҫтерә. Был йәһәттән балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды ла ҙур ҡаҙаныштарға эйә.

«Ҡайһы берҙә балаларҙың телмәре бөтөнләй аңлашылмай, хатта ата-әсәләр ҙә уларҙың нимә тураһында һөйләүен аңлай алмай. Шул саҡта ярҙамға башҡа балалар килә. Беҙ уларҙы тәржемәселәр тип атайбыҙ, - ти Айгөл Тәлғәт ҡыҙы. - Беҙ уртаҡ һөҙөмтәгә эшләргә күнеккәнбеҙ. Шуға күрә, берҙәм тырышлыҡ арҡаһында, тәрбиәләнеүселәребеҙ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә».

Лариса Шубина менән Айгөл Абзалованың ижади ҡеүәте бер ҡасан да бөтмәҫ кеүек. Тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре менән улар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа һәм акцияларҙа даими ҡатнаша. Театрлаштырылған тамашаларҙы ғына һанап бөтөргөһөҙ.

«Беҙ - бәхетле кешеләр. Беҙгә мәшәҡәтле, бер төрлө, көндәлек эш таныш түгел. Балаларға белемебеҙҙе һәм тәжрибәбеҙҙе шатлыҡ һәм һөйөү менән бирәбеҙ, - ти Лариса Владимировна һәм Айгөл Тәлғәт ҡыҙы. - Әгәр тормошто яңынан башлаһаң, бер һүҙһеҙ тәрбиәсе һөнәрен һайлар инек».

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: