-5 °С
Болотло
Йорт чаттары халыҡ һәм идара итеүсе ойошмалар араһында көнүҙәк мәғлүмәт менән оператив алмашыу маҡсатында булдырыла ла инде. Ул шулай уҡ ғаризалар биреү һәм иҫәп приборҙары күрһәтмәләрен тапшырыу өсөн дә ҡулланылырға тейеш.
Сервис бурыстарының береһе булып халыҡҡа асыҡтан-асыҡ идара итеүсе компания эшмәкәрлеге тураһында көнүҙәк мәғлүмәт биреү тора, уның аша ремонт һәм башҡа эштәр тураһында мәғлүмәт баҫыласаҡ. MAX мессенджеры аша һыу, электр һәм газ буйынса күрһәтмәләр ҙә ебәрәлесәк.
Билдәле булыуынса, бөгөнгә Башҡортостанда 12 меңдән ашыу йорт чаты булдырылған.