Сәмле уйын барышы менән ҡыҙыҡһынған күп көйәрмәндәр майҙанға йыйылды. Хоккейҙан алған кисерештәрҙе, тулҡынланыуҙы аңлатып та бөтөрөрлөк түгел. Үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙҙарына рәхмәт, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, уйынды күтәреп алып, еңеүгә тиклем барып етте. Беҙҙең командаға еңеүсе кубогы тапшырылды.
Ауыл халҡын берләштергән, сәләмәт тормошҡа әйҙәгән сара ойошторған Әнисә Мостафа ҡыҙына айырым ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Уйлап, еренә еткереп эшләнгән байрамды үткәрер өсөн юлдар таҙартылған, хоккей майҙаны әҙер, машиналар ҡуйырға урындар бар, эҫе самауырҙар парҙарын борһотоп, сәй эсергә саҡырып тора. Ҡулдарында төрлө дәртләндереүсе әйберҙәр тотҡан көйәрмәндәрҙең, ғөмүмән халыҡтың кәйефен күтәрерҙәй музыка яңғырай.
Ярыштан һуң клубта байрамдың тантаналы өлөшөн дауам иттек. Шиғырҙар һөйләп, йырлашып, көлөшөп, бейеп күңел астыҡ. Килгән ҡунаҡтар шәп тәьҫораттар алып, дәртләнеп, яңы осрашыуҙар көтөп ҡайтыр юлға сыҡты. Ҡоролтай етәксеһе Рәфис Зәки улы Ҡарағоловҡа һәм судья Булат Миңләхмәт улы Нафиҡовҡа ла беҙгә ярҙамы өсөн рәхмәтемде әйтәм.