Благовещен ҡалаһының М.Киняшов исемендәге 6-сы мәктәп уҡыусыһы Рәнис Сәхәүетдинов һигеҙ йыл буйына бөтә стильле каратэ менән даими шөғөлләнә.
Ошо ваҡыт эсендә сыҙам, тәүәккәл, башлаған эшен еренә еткереп үтәгән егет бик күп миҙалдар һәм кубоктар яулап өлгөргән.
Был юлы ла ул «Старт» спорт комплексында барған Благовещенда тыуып үҫеп, махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған спорт көрәше буйынса республика турнирында лайыҡлы сығыш яһаны. Унда Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан 230 ашыу спортсы ҡатнашты. Рәнистең уңыштарына ихлас шатланған уның ата – әсәһе Розалиә һәм Марс Сәхәүетдиновтар ҙа турнир барған комплексҡа ашыҡты.
"Тренерыбыҙ Тәлғәт Хисмәтуллинға бөтә оҫталығын һәм һәләтен балаларыбыҙға һалғаны, уларҙы күнекмәләрҙә һәр саҡ көтөп алғаны өсөн уға бик рәхмәтлебеҙ. Тренер тырышлығы менән Рәнисебеҙ шунда уҡ был спорт төрөнә ылығып китә алды. Әлбиттә, мин, әсәй кеше булараҡ башта уның хәүефле спорт төрө менән шөғөлләнеүен бик ауыр ҡабул иттем. Хәҙер уның уңыштарын күрәм һәм уларға шатланам», - ти Розалиә Хаммат ҡыҙы.
Был көндө ярышта Благовещен исеменән өс клуб - “Арыҫлан йөрәге”, “Combat top team” һәм “Гром" спортсылары сығыш яһаны. Спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына артабан да күп төрлө ярыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!