Был турнирға 11 райондан ауыл ерендә йәшәүсе 53 спортсы йыйылды, Инйәр, Мораҡ, Собханғол һәм күрше-тирә райондарҙан командалар килде. Шишмә район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының спорт министрлығы, бокс федерацияһы, №1«Профи-ринг» икмәкханаһы, «Питбуль» бокс клубы турнирҙы ойоштороусылар һәм партнерҙар ролендә сығыш яһаны.
Андрей Свистунов – I категориялы судья, Благовещен ҡалаһынан килгән.
- Ойоштороу юғары кимәлдә, ятыр-торор урындар таҙа, туҡланыу яҡшы. Спорт комплексы заман талаптарына яуап бирә, бик ҡәнәғәтбеҙ, - ти ул.
Ярыштар башланып китеү менән зал гөрләп тора, көйәрмәндәр бокссыларҙы дәртләндереп ҡысҡырыша, фотоға төшөрә. Ҡасабаның спорт комплексында был спорт төрө менән даими шөғөлләнеү 2016 йылдан, Рәсәй Федерацияһының бокс буйынса спорт мастеры Алексей Исхаков килеү менән йәнләнеп китте.
- Беҙҙең ғаилә бокссылар династияһы тип әйтһәк тә була, атайым Марат Исхаҡов Рәсәй Федерацияһының бокс буйынса спорт мастеры, ҡыҙым Карина - Рәсәйҙең бронза призеры. Спорт комплексында 1-се кластан алып 11 класҡа саҡлы бокссылар төркөмө шөғөлләнә. «Һаулыҡ» төркөмөнә теләге булған, сәләмәт тормош яҡлы һәм спорт яратыусылар йөрөй, - ти Алексей Марат улы.
Рәмил Әбҡәҙировтың ғаиләһендә 4 малай үҫә, уларҙың 3-һө даими рәүештә боксҡа йөрөй. Бөгөн атай кеше Динислам һәм Арыҫландың сығышын ҡарап һоҡлана, ғорурлана. -Улдарымдың ысын ирҙәр булып үҫеүен теләйем. Бокс - ул тәртип, сыҙамлыҡ өлгөһө, - ти кикбоксинг менән шөғөлләнгән атай кеше.
Спортсылар династияһынан булған Азат Ғиләжетдинов 1-се мәктәптең 9-сы класында белем ала. Өләсәһе Рәшиҙә Байбурина ғүмерен балаларға физик тәрбиә биреүгә бағышлаған тренер-педагог, уларҙың ғаиләһендә бокссылар һәм футболсылар етерлек. Азат бөгөн тәүге тапҡыр рингҡа сығып, үҙен бокссы итеп танытты. Егеттең мөмкинлектәре ҙур, ул уңышлы спортсы булырға оҡшай, - тиҙәр Азат тураһында судьялар ҙа.
Матур тәьҫораттар ҡалдырып, спорт яратыусы үҫмерҙәрҙе, һәләтле яңы исемдәрҙе танытҡан турнир тамамланды. Унда 14 бокссы ҡатнашҡан майҙан хужалары үҙҙәрен ысын спортсы итеп дәлилләп, командалар араһында I урынға лайыҡ булды.