Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Ғинуар , 09:18

Нуриман егете - донъя чемпионы!

Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы егете Рөстәм Ермаков бәләкәй сағынан каратэ серҙәрен үҙләштерә башлай. Артабан көс, оһоллоҡ талап иткән был көрәш төрө йәш спортсының яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй: башта ул район, унан республика чемпионы исеменә лайыҡ була. Талантлы егет Башҡортостандың йыйылма командаһы составына ҡабул ителә һәм күп тә үтмәй Рәсәй чемпионы исемен яулай.

Нуриман егете - донъя чемпионы!
Нуриман егете - донъя чемпионы!

Ауыл ерлегендә донъя кимәлендә уңыш ҡаҙанған спортсылар әҙерләп буламы? Был турала күптәрҙең уйланғаны барҙыр, моғайын. Була икән! Бының өсөн тренерҙың булдыҡлылығы, спортсының теләге, үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләүе, физик яҡтан таҙа булыуы  талап ителә.

         Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы егете Рөстәм Ермаков бәләкәй сағынан каратэ серҙәрен үҙләштерә башлай. Артабан көс, оһоллоҡ талап иткән был көрәш төрө йәш спортсының яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй: башта ул район, унан республика чемпионы исеменә лайыҡ була. Талантлы егет Башҡортостандың йыйылма командаһы составына ҡабул ителә һәм күп тә үтмәй Рәсәй чемпионы исемен яулай. 2023 йылдың ноябрь баштарында Рөстәм Ермаков Орел ҡалаһында каратэ буйынса уҙғарылған донъя чемпионатында үҙ ауырлығында уңышлы сығыш яһап, беренсе урынға сыға.

Нуриман егете - донъя чемпионы! Рөстәм бындай ҙур уңыштары менән үҙенең тренеры Илнур Фәнир улына Сәхибгәрәев рәхмәтле.

Читайте нас: