Йәйғор
+1 °С
Ясно
Спорт
20 Февраля 2024, 08:49

Йәш спортсыға көмөш миҙал

Чеховта Бөтә Рәсәй ярыштарында Өфө районынан йәш спортсы көмөш миҙал яуланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш спортсыға  көмөш миҙалЙәш спортсыға  көмөш миҙал
Йәш спортсыға көмөш миҙал

5 февралдән 11-нә тиклем ауыр атлетика буйынса 19-сы бөтә Рәсәй турниры үтте. Был турнир Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Михаил Окунев иҫтәлегенә һәм Мәскәү өлкәһенең Чехов ҡалаһында Олимпия чемпионы Дмитрий Берестов призына арналды.
Ярыш наградалары өсөн Рәсәйҙең 47 төбәгенән 590 спортсы көрәште. Улар араһында Өфө районының спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Екатерина Ғәлләмова ла булды. Тренер-уҡытыусы Ринат Мөхәмәтйәнов етәкселегендә ул юғары әҙерлек кимәлен күрһәтеп, 35 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында көмөш призер исемен яуланы. Екатеринаны һәм уның тренерын ошо ҙур ҡаҙанышы менән ҡотлап, уларға артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр һәм спорт өлкәһендә уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас