Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март , 09:20

Сәләмәт тормош яҡлы Ольга Беляева

Өфө районының Нижегородка ауылында йәшәүсе Ольга Беляева, хаҡлы ялға сыҡҡас, скандинав йөрөшө буйынса инструктор эшенә тотона.

Сәләмәт тормош яҡлы Ольга Беляева
Сәләмәт тормош яҡлы Ольга Беляева

Өфө районының Нижегородка ауылында йәшәүсе Ольга Беляева, хаҡлы ялға сыҡҡас, скандинав йөрөшө буйынса инструктор эшенә тотона.
- Бөтә тормошом тыуған төйәгем Нижегородка ауылы менән бәйле. Бында тыуып үҫтем, мәктәпте тамамланым, кейәүгә сыҡтым, ирем менән өс ҡыҙ тәрбиәләнек. Бала саҡтан спортты үҙ иттем, мәктәптә саңғы ярыштарында ҡатнаштым , хоккей менән дә мауыҡтым. Скандинав йөрөү менән мауығыу ҙа буш урында барлыҡҡа килмәне.
Пенсияға сыҡҡас, сәләмәт тормош яҡлы ҡатын күп кенә оло йәштәге кешеләрҙең тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын юғалтыуына, һаулығын күҙәтеүҙән туҡтауына иғтибар итә. Бала саҡ дуҫының саф һауала шөғөлләнеү өсөн яраҡлы спорт дисциплинаһы тураһындағы мәғлүмәттәре лә Ольга Беляеваны ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Ул ныҡлап скандинав йөрөшө тураһында файҙалы мәғлүмәт туплай һәм был эшкә ныҡлап тотоноп китә.
Ул 2015 йылда Нижегородкала Өфөнөң «Твой ход» клубының скандинав йөрөшө буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреү инициативаһы менән сығыш яһай, унда ауылдың күп кенә халҡы йыйыла. Кешеләрҙе уҡытыу өсөн скандинав йөрөшө буйынса инструкторҙар курсын тамамлай һәм тейешле сертификат ала. Шул ваҡыттан алып туғыҙ йыл эсендә ҡулдарына таяҡ тотоп моцион яһаусы ауыл халҡының һаны байтаҡҡа артҡан. Күп кенә әүҙем йәшәү рәүешен яратыусылар, төркөмдә тәүге күнекмәләрен алып, һуңынан үҙ аллы йөрөүгә күскән. Әммә Ольга Беляева етәкләгән “Тормош өсөн йәшә” коллективының төп өлөшө үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Аҙнаһына өс тапҡыр ул үҙенең төркөмө менән Өфө районында булдырылған «Сәләмәтлек һуҡмағы» буйлап, оҙайлы маршруттар үтә.
Был шөғөлөнән тыш Ольга Васильевна саңғы менән дә даими шөғөлләнә. Күптән түгел ул Өфөлә үткән һәүәҫкәр спортсылар араһында саңғы ярыштары буйынса Башҡортостан Республикаһы Чемпионатында ҡатнашты. Ярыштар «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында ойошторолдо. 5 саҡрымлыҡ дистанция һөҙөмтәләре буйынса Ольга Васильевна 3-сө урын яуланы. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: