Благовещенда 2008-2009 йылғы үҫмерҙәр араһында баскетбол буйынса асыҡ ҡала турниры үтте. Турнир хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған махсус хәрби операция хәрбиҙәренә бағышланды. Унда Благовещен, Белорет, Күмертау, Сибай ҡалаларынан, шулай уҡ Нуриман, Борай, Кушнаренко райондарынан командалар ҡатнашты.
"Йәштәр күрше урамдан, тыуған ҡалаһынан һәм республикаһынан булған яугирҙар тураһында белергә тейеш», – тине «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Елена Фоменко.
Благовещен командаһы ярышта ҡатнашҡан командаларҙың барыһының да етди булыуын билдәләне. "Беҙ комбинациялы баскетбол уйнарға тырыштыҡ, дәғүәсенең көсһөҙ яҡтарын тойҙоҡ. Тренеребыҙ Александр Осокин һәр ваҡыт беҙҙе дәртләндерә, кәрәкле тулҡынға көйләй белә», - тип билдәләне егеттәр.Турнир йомғаҡтары буйынса Благовещен командаһы өсөнсө урын яуланы.
Ярышҡа килеүселәрҙе махсус хәрби операцияның ғәмәлдәге ҡатнашыусыһы “Литва” саҡырыулы яҡташыбыҙ сәләмләне. «Сәләмәт тормош менән йәшәгеҙ, егеттәр, спорт менән шөғөлләнегеҙ, ә беҙ һеҙҙе яҡларбыҙ», - тине хәрби хеҙмәткәр.
Махсус хәрби операция башланғас, ир федераль яңылыҡтарҙы ҡалдырмай ҡарап бара. Ә һуңынан Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә. “Литва” әйтеүенсә, Рәсәйҙең күп милләтле халҡы махсус хәрби операция шарттарында еңел берләшкән. Хеҙмәттәштәрен ул асыҡ күңелле, оло йөрәкле кешеләр тип атай.
-Беҙ гуманитар ярҙам өсөн, уны йыйған һәм ебәргән һәр бер яҡташыбыҙға, республика халҡына рәхмәтлебеҙ, - тип уртаҡлашты “Литва”. - Махсус хәрби операцияның башынан алып бөтә осор дауамында ватандаштарыбыҙҙың беҙҙең менән берләшеүе - беҙҙең өсөн иң мөһиме булып тора. Шундай кешеләребеҙ булыуы - беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ. Беҙгә мәктәп уҡыусылары һәм хатта мәктәпкәсә йәштәге балалар күңелгә үтеп инерлек хаттар яҙа. Ҡайһы берҙә хатта балалар яҙған тип тә уйламаҫһың. Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ.
Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн үҙ елкәһендә татыған “Литва” саҡырыулы яҡташыбыҙ тыйнаҡ, изге күңелле, ихтирамлы ир булып ҡала белә.
“Иң мөһиме, батыр һәм ҡыйыу, үҙ Ватанын ихлас яратҡан кешеләр, мөмкин тиклем күберәк булһын. Алда нимә көткәнен бер кем дә белмәй, әммә тыуған илебеҙ өсөн ауыр сәғәттә, барыбыҙҙың да дуҫ һәм берҙәм булып ҡала белеүен теләйбеҙ”, - тине “Литва”.