Сарала Самат Вәлиевты белгән һәм уны яратҡан, бергә спорт менән шөғөлләнгән, эшләгән, дуҫ булған, уҡыусылары һәм был спорт төрөнә битараф булмаған кешеләр ҡатнашты.
Самат Миҙхәт улының ҡыҙы Эльвира Ғәлиәкбәрова һәм кейәүе Рөстәм Рәзит улы, уларҙың өс улы ябай ауыл мәктәбе нигеҙендә спорт мастерлығына кандидаттарҙың бер нисә быуынын тәрбиәләгән яҡын кешеһе хаҡында хәтерҙе һаҡлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Саңғы ярыштарында Самат Вәлиевтың тәрбиәләнеүсеһе Тимур Таюпов та ҡатнашты. Ул еңел атлетика буйынса БР Чемпионы, Сидней ҡалаһында (Австралия) паралимпия уйындарында тренер - лидер сифатында ҡатнашыусы, Күпбәйге буйынса Паралимпия уйындары Чемпионы.
Еңеүселәр кубоктар, грамоталар, приздар менән бүләкләнде. Бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалманы - бөтә ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды. Спонсорлыҡ ярҙамын Рәлиф Вәлитов, Әлфәт Хәсәнов, Артур Мөхәрәмов, Лилиә Мөхәмәтйәнова, Урал Баҙранов күрһәтте.
Дурасов ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Заманов билдәләүенсә, хәтер турниры тәүгә уҙғарылды һәм изге йолаға әүереләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тап Дурасов ауыл биләмәһе былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фондында еңеүсе булды. Саңғы ярыштары "Хыял саңғыһы" проекты сиктәрендә ойошторолдо.