Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телдәр
14 Март 2023, 07:59

Һәр ғаилә үҙҙәренең сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы шатландырҙы

"Айыҡ ауыл" проекты сиктәрендә Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында "Өс быуын"- өләсәйҙәр, әсәйҙәр, ейәнсәрҙәр ҡатнашлығында матур сара ойошторолдо.

Һәр ғаилә үҙҙәренең сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы шатландырҙы
Һәр ғаилә үҙҙәренең сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы шатландырҙы

" Айыҡ ауыл " проекты сиктәрендә Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында "Өс быуын"-өләсәй, әсәй, ейәнсәр ҡатнашлығында матур сара ойошторолдо. Бында Дурас, Ҡараяҡуп, Түбәнге Хәжәт ауылдары вәкилдәре ҡатнашты.

Һәр ғаилә үҙҙәренең сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы шатландырҙы. Сара ярыш рәүешендә барҙы. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Түбәнге Хәжәт ауылынан Иҙрисовтар, икенсе урынды ошо ауыл вәкилдәре Даяновтар ғаиләһе алды. Өсөнсө урынды Дурас ауылынан Сәфәрғалиндар алды. Бүләкләү һәм ҡотлауҙарҙан һуң ҡунаҡтарҙы тәмлекәстәр менән сәй табынына саҡырҙылар. Барыһы ла был сараны ойоштороусы "Фатима" фольклор төркөмө ағинәйҙәренә ҙур рәхмәтле булдылар.

Автор:Лилиә Салихова, Шишмә районы
Читайте нас: