Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телдәр
1 Март , 09:36

Илһамлы һөнәрмән дә, изге әсә лә ул...

Яңы Күл ауыл модель китапханаһының баш китапханасыһы Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы Бикбаева хеҙмәт юлын “Өфөнефтеоргсинтез” заводында лаборант булып башлай. Уға артабан ашнаҡсы, һатыусы һөнәрҙәрен дә үҙләштеререгә тура килә. Һәр эшен яратып, еренә еткереп башҡара ул.

Илһамлы һөнәрмән дә, изге әсә лә ул...
Илһамлы һөнәрмән дә, изге әсә лә ул...

Хәбәрсе һөнәренең бер үҙенсәлекле яғы бар: үҙеңде ҡыҙыҡһындырған мәсьәлә буйынса урындағы хакимиәт, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең фекерен өйрәнмәйенсә, кәрәк саҡта улар менән кәңәшләшмәйенсә булмай. Был йәһәттән Яңы Күл ауыл модель китапханаһының баш китапханасыһы Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы Бикбаева менән дә йыш аралашырға тура килә.

Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы хеҙмәт юлын “Өфөнефтеоргсинтез” заводында лаборант булып башлай. Уға артабан ашнаҡсы, һатыусы һөнәрҙәрен дә үҙләштеререгә тура килә. Һәр эшен яратып, еренә еткереп башҡара ул. 2009 йылдан алып Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы китапханасы эшенә тотона һәм уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй. Уның ошо йылдар дауамында алған бихисап маҡтау ҡағыҙҙарын, рәхмәт хаттарын һанап ултырыуҙы кәрәкле тапмайым,  шулай ҙа һуңғы йылдарҙа яулаған ҙур еңеүҙәрен билдәләп үтеү кәрәк. Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы “Башҡортостан” гәзите тарафынан ойошторолған “Илһамлы һөнәрмән” бәйгеһе еңеүсеһе. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының 50 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булған китапханасы ла әле ул. Был абруйлы хеҙмәткәр “Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы - 2023” маҡтаулы исемен йөрөтә. Райондың Хеҙмәт даны аллеяһында ла уның исеме урын алған.

Яҡташтары уны урындағы “Күлдәр иле” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы, “Көҙәй” мәҙәниәт үҙәгенең методисы булараҡ та белә. Интернет селтәрендә Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы хәситә, һаҡал, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәр эшләү тәртибе буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирә. Йүкәнән таҫма, балаҫ һуғыу, макраме, башҡорт шәлен бәйләү, сыр эшләү серҙәре менән дә уртаҡлаша оҫта һөнәрмән.

Ире Ғәтиәт Ғәли улы менән улар өс балаға ғүмер биргән. Хәҙерге ваҡытта өлкән улдары Илнур Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәк хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты. Ҡыҙҙары Гөлнур Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультеты уҡытыусыһы, аспирантура тамамлаған. Бәләкәй улдары Айҙар ошо юғары уҡыу йортонда белем ала.

2021 йылда Бикбаевтар Кушнаренко районында “Етегән” башҡорт байрамы сиктәрендә уҙғарылған “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһенең “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһы еңеүсеһе булыуы менән билдәле.

Әлеге мәлдә Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы ауылдаштары менән бергә яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләүҙә, май шәмдәре эшләүҙә ҡатнаша; ялға ҡайтҡан һалдаттар менән осрашыуҙар ойоштора.

Күптән түгел Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе ” район бәйгеһе еңеүсеһе булды. Республика конкурсында ла уға уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: