Был көн башҡорт телен һәм мәҙәниәтен яратҡандар өсөн ысын байрамға әүерелде. Башҡорт теле уҡытыусылары төрлө саралар әҙерләне, уларҙа уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
Төп акцияларҙың береһе «Мин туған телемдә китап уҡыйым» инициативаһы булды. Уҡыусылар үҙҙәренең яратҡан әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе башҡорт телендә уҡыны. Был уҡыу күнекмәләрен үҫтереү менән бер рәттән туған телгә мөхәббәтте нығытты.
Саралар сиктәрендә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре тәржемә ителде, был балаларға үҙ халҡының әҙәби мираҫын яҡшыраҡ аңларға һәм баһаларға мөмкинлек бирҙе. Дәрестәрҙә телде һәм мәҙәниәтте һаҡлауға арналған фекер алышыуҙар үтте, ә башҡорт телендә фильмдар ҡарау кино сәнғәте менән танышыу өсөн яҡшы ысул булды.
Мәктәп китапханаһы «Башҡорт телендә һөйләшәм», «Тел – халыҡтың йәне», «Беҙҙең ярҙамсылар – һүҙлектәр» һәм «Туған телде ярат һәм бел» кеүек китап күргәҙмәләре менән биҙәлде. Балалар һәм ололар уларҙы иғтибар менән ҡараны.
Шулай уҡ байрам сиктәрендә милли кейемдәр һәм халыҡ сәнғәте өлгөләренең күргәҙмәһе ойошторолдо. Уҡыусылар милли кейемдәрҙә фотоға төштө, был көндөң яҡты миҙгеле булды.
Кесе мәктәп уҡыусылары өсөн ҡашмау, түшелдеректәр әҙерләү буйынса мастер-класс уҙҙы. Балалар был ижади процеста шатланып ҡатнашты, үҙ ҡулдары менән уникаль әйберҙәр эшләне.
Шулай уҡ уҡыусыларҙың фотогалереяһы тәҡдим ителде, унда төрлө конкурстарҙан һәм сараларҙан фотоһүрәттәр тупланды. Балалар тиңдәштәренең уңыштарына ҡыуанды, яңы еңеүҙәргә илһамланды.
Мәктәптә үткән тел байрамы үҙ телеңде һәм мәҙәниәтеңде белеүҙең ни тиклем мөһим икәнен иҫкә төшөрҙө. Ошондай саралар башҡорт теленең байлығын киләсәк быуындар өсөн һаҡларға ярҙам итәсәк.
Бер көн эсендә генә был тәрбиәүи эштәрҙе эшләп булмай: уҡытыусылар быны яҡшы аңлай. Йыл әйләнәһенә эшләнгән эштәренең һөҙөмтәһен дөйөмләштереп, матур эштәр менән үҙҙәренә алға ҙур пландар ҡороп ҡыйыу атлайҙар 5-се мәктәп уҡытыусылары.