Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
6 Апрель 2023, 15:44

Сынығыу мәктәбе үтә егеттәр

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Ҡораллы көстәренә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Сынығыу мәктәбе үтә егеттәр
Сынығыу мәктәбе үтә егеттәр

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Ҡораллы көстәренә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 1 апрелдән 15 июлгә тиклем 147 мең кеше хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш. Был саралар Рәсәйҙең Украинала махсус операция үткәреүе менән бәйле түгел.
Рәсәй Ҡораллы көстәренә хеҙмәткә саҡырылған Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашмаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары Михаил Блажевич «Башҡортостан юлдаш телевидениеһына» биргән интервьюһында хәбәр итте. Михаил Блажевич һүҙҙәренсә, ул план буйынса үтәсәк. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың йәше һәм хеҙмәт итеү ваҡыты буйынса бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй. Хеҙмәткә 18-27 йәшлек егеттәр саҡырыласаҡ. Был саҡырыу кампанияһында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафын Башҡортостандан биш меңгә яҡын һалдат тулыландырасаҡ. Йыйылма пункттан тәүге саҡырылыш һалдаттарын оҙатыу апрель аҙағында көтөлә.

Благовещен егете Ильяс Шиһапов та былтырғы йылдан  Балтик хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Улының хеҙмәтен нисек үтеүе хаҡында уның әсәһе менән һөйләшеп алдыҡ.
-Ильяс Благовещен ҡалаһының А.Я.Першин исемендәге 4-се мәктәптең кадет класын уңышлы тамамланы. Хәрби комиссариатҡа саҡырыу ҡағыҙы алғас, шунда уҡ хеҙмәт итергә барасағын әйтте. Ошо үткән туғыҙ ай эсендә хеҙмәтен теләп башҡарған улым физик яҡтан нығынды, ир ҡорона инде. Һәр әсәнең теләге изге – улым илһөйәр булһын, Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәһен. Беҙҙең һалдаттар армияны ысын сынығыу мәктәбе тип һанап, сафҡа баҫҡандар икән, шул ышаныстары, көслө рухтары һынмаһын ине. Әсәй, атай йортона егеттәребеҙҙән тик һөйөнөслө хәбәрҙәр генә килһен, тыуған төйәгенә имен-аман әйләнеп ҡайтһын үҙҙәре! Беҙ ҙә Ильясыбыҙҙы йәйгә көтөп торабыҙ, Алла бирһә,- тип һөйләне уның әсәһе Надежда Шиһапова.

БР хәрби комиссары, Михаил Блажевич контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр һаны артыуын да әйтеп үтте. Хәрби комиссар быны республикаға махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың отпускыға ҡайта башлауы менән бәйләй – улар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша һәм былар барыһы ла башҡа ир-егеттәрҙең ниәттәренә йоғонто яһамай ҡалмай.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: