-4 °С
Болотло
Өфөлә үткән "Экология һәм технологиялар" экологик форумы һәм Vll махсус күргәҙмәлә Благовещендан "Благо" экологик мода коллективы ла ҡатнашты.
"Кәрәкмәгән әйберҙәрҙән миллион идеялар" республика конкурсы еңеүсеһе булған был коллектив Галина Соловейкина етәкселегендә күп һанлы төрлө төҫтәге сағыу кәнфит ҡағыҙҙарынан күлдәктәр яһаған. Төрлө кимәлдәге сараларҙы биҙәгән, кешеләр күңелендә һоҡланыу уятҡан был күлдәктәрҙе оҡшатмаған кеше юҡ. Был мәртәбәле сарала ҡатнашыусылар араһында ла ошо эксклюзив күлдәктәр эргәһенә баҫып фотоһүрәткә төшөүселәр күп булды.