Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
24 Май 2023, 10:34

«Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһендә «Ҡобайыр-шоу» этно-концерты була

Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән башҡарыусылар ҡатнаша

«Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһендә «Ҡобайыр-шоу» этно-концерты була
«Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһендә «Ҡобайыр-шоу» этно-концерты була

26 майҙа Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында «Ҡобайыр-шоу» этно-концерты була. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән башҡарыусылар ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандан, Алтайҙан, Дағстандан, Саха Яҡутстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәүҙән, Екатеринбургтан, шулай уҡҠытайҙан, Ҡырғыҙстандан, Малайзиянан, Үзбәкстандан сәсәндәр бер сәхнәгә йыйыла.

Концертта мультиинструменталист Зәйнетдин, «Елмәрҙәк» этно-төркөмө (Белорет районы), «Юлдаш» халыҡ вокаль-инструменталь төркөмө (Салауат районы) сығыш яһай.

Сара БДПУ алдындағы майҙанда киске сәғәт 6-ла башлана.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: