Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы белгесе Нурислам Ҡалмантаев, башҡорт ырыуҙары Советы рәйесе Вилмир Аҙнаев, Көҙәй, Үҫәргән ырыуҙары советы ағзалары Әлфиә Йосопова, Розалия Дибаева, Нуриман районы вәкилдәре делегациялары Благовещен районының Арҡауыл ауылында уҙған сарала ҡатнашты.
Арҡауылда тарихи ваҡиға үтте: ауылға нигеҙ һалыныуға һәм Көҙәй ырыуына бағышланған хәтер таш тантаналы шарттарҙа асылды. 1920 йылда был Арҡа тип аталған ергә Нуриман районынан 7 ғаилә күсеп килеп төпләнгән. Уңған халыҡ яңы урынды тиҙ арала үҙләштереп ала. Улар бер-береһенә ярҙам итешеп сиратлап йорттар төҙөй, балалар үҫтерә, эшкә йөрөй, гөрләтеп донъяһын да көтә. Артабан коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, унан һуңғы ауыр йылдар ҙа эҙһеҙ үтмәй. Ниндәй генә сәбәптәр булһа ла, арҡауылдар генетик яҡтан, тоҡомдарының тәғәйенләнешен онотмай, ырыуына тоғро булып йәшәй һәм Көҙәй ерҙәренең ысын һаҡлаусыһына әүрелә. Бөгөнгө көнгә тиклем улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Туған телендә яҡшы аралаша, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңон, аш-һыуын да онотмай улар.
Улар Көҙәй ырыуының һәм халҡының ысын патриоттары булараҡ маҡтаулы. Сараға йыйылыусылар артабан да бергәләп уртаҡ маҡсатта эшләү мөһимлеген һәм кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.