Йола буйынса, ултырышта ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, төрлө кимәлдәге депутаттар, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, предприятие һәм учреждениелар етәкселәре, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Вадим Лешков һәм Юрий Рудаков ҡатнашты.
Евгений Геннадьевич үткән осорҙо берҙәмлек һәм үҙгәрештәр йылы тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, 2023 йылда район Советы депутаттары барса мөһим эштәрҙә әүҙем булды. Улар депутат һәм хәйриә эшмәкәрлеген төп эш урыны буйынса хеҙмәт бурыстарын үтәү менән берләштерҙе. Рәйес айырыуса депутат Александр Попцовтың, Николаевка, Илек ауылдары Советтары башлыҡтары Сергей Сидоровтың, Динар Батршиндың эшмәкәрлеген билдәләп үтте. Улар бер нисә тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтте. Депутат Наталья Андрееваның эше лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Ул гуманитар ярҙам ойоштороуҙа, шулай уҡ ҡаланы йәшелләндереүҙә ярҙам күрһәтеп, «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһында ҡатнашты. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа депутаттар - Людмила Хван һәм Елена Абрамованың эшмәкәрлеге лә ҙур роль уйнаны.
Евгений Копытков билдәләүенсә, муниципаль район Советы эшендә ҡала һәм райондың социаль-иҡтисади тотороҡлоғон тәьмин итеүгә, халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән ҡарарҙар һәм саралар ҡабул итеү элеккесә өҫтөнлөклө бурыс булып ҡала. Һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күргән йылда, район Советы рәйесе был категория граждандары лайыҡлы йәшәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы.
Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова үҙенең сығышын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү темаһынан башлап ебәрҙе. Был эштәрҙә ул йәмәғәт һәм ирекмәндәр ойошмаларының, хеҙмәт коллективтарының, предприятие етәкселәренең, ябай халыҡтың ҙур өлөшөн билдәләне. Етәксе махсус хәрби операцияла Благовещен районының 300-ҙән ашыу кешеһе ҡатнашыуын билдәләне. Хакимиәт башлығы муниципалитеттан уларға алты гуманитар конвой килтерелеп, алты миллион һумдан ашыу суммаға әйберҙәр һатып алынып, хәрби комиссариатта ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелеүен дә телгә алды. Мәҫәлән, 62 бала бушлай туҡлана, 400 ашыу бала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан яңы йыл бүләктәре алды, 130 ашыу бала транспортта бушлай йөрөү карталары менән файҙалана. 340 ашыу ғаилә коммуналь хеҙмәттәр өсөн пеня түләүҙән азат ителгән.
Анна Николаевна үҙенең сығышында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу тураһында һөйләне. Былтыр ике йәш ғаилә һәм 16 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. Граждандарҙың льготалы категорияларына төҙөлөш өсөн 37 участка бирелгән. Шулай уҡ Анна Карабанова эшҡыуарлыҡты һәм сауҙаны үҫтереү, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, инженер селтәрҙәрен, юлдарҙы, гидротехник ҡоролмаларҙы, мәктәптәрҙе ремонтлау һәм башҡа темаларға ҡағылды. Ул етештереү тармаҡтарын һәм өлкәләрен үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Вадим Лешков - Александр Попцовҡа, ә Юрий Рудаков Наталья Андрееваға Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.