Завод хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр һәм ҡала халҡы был акцияға ентекле әҙерләнде. Улар һатып алыусыларға йөҙҙән ашыу ҡулдан эшләнгән сувенирҙар тәҡдим итте. Был эштәрҙең барыһы ла Данияр Искәндәровҡа ярҙам йөҙөнән эшләнде. Малай церебраль фалиж менән тыуғандан алып үҙаллы йөрөй алмай. Даниярға йылына өс тапҡыр ике аҙналыҡ реабилитация үтергә кәрәк. Уны үтеүҙең хаҡы 90 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Ике көн эсендә, уртаҡ көс менән ойошторолған йәрминкәлә, 65000 һум аҡса йыйған яҡташтар, был сумманы Даниярҙың ғаиләһенә тапшырҙы. Завод етәкселеге был кәрәкле һәм изге эшкә битараф булмағандарға ҙур рәхмәт белдерҙе.