Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
26 Март , 09:54

Бөтә Рәсәй халҡы ҡайғыла берләште

"Крокус Сити Холл" ға һөжүм - һуңғы 20 йылда Рәсәйҙә иң ҙур теракт

Бөтә Рәсәй халҡы ҡайғыла берләште
Бөтә Рәсәй халҡы ҡайғыла берләште

22 мартта Мәскәү эргәһендәге Красногорск ҡалаһында булған ваҡиғаларҙы аңлауы ауыр. Ҡораллы бандиттар «Крокус Сити Холл» ға бәреп инде һәм унда үтәсәк концертҡа килгән кешеләргә аяуһыҙ ут асты. Фажиғә һөҙөмтәһендә 137 кеше һәләк булды һәм 180-нән ашыу кеше зыян күрҙе. Махсус хеҙмәттәр 11 кешене, шул иҫәптән терактта туранан-тура ҡатнашҡан дүрт террористты ҡулға алды, әле уларҙың ярҙамсыларын асыҡлау буйынса эштәр дауам итә.
Бандиттар бер ниҙә ғәйепһеҙ булған кешеләрҙе атып үлтергән арала, ҡайһы бер мәктәп уҡыусылары, ҡурҡыуына ҡарамаҫтан, үҙҙәрендә башҡаларға ярҙам итеү көсөн таба алды. Теракт көнөндә Ислам Хәлилов, Артем Донсков һәм Никита Иванов «Крокус Сити Холл» дың цоколь ҡатында гардеробта эшләй. Йәш егеттәр әйтеүенсә, паникаға бирелгән халыҡ билдәһеҙлеккә йүгерә. Шул саҡта уҡыусылар эвакуацияны үҙ өҫтөнә алды һәм ҡурҡып ҡалған кешеләргә ҡайҙа барырға кәрәклеген әйтте. Улар «Крокус» тан йөҙҙән ашыу кешене сығара алды. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова батыр йөрәкле, ярҙамсыл егеттәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Учреждениеның именлек хеҙмәте хеҙмәткәре Алексей Осанушков та теракт булған бинанан йөҙҙән ашыу кешене сығарған. Илья Красников ҡотҡарыусылар янына килеүселәрҙе һәм яралыларҙы эвакуациялауға ярҙам иткән. София Мейер асҡыстарҙы тапҡан һәм бандиттар уларға эләкмәһен өсөн бөтә ложаларҙан сығыу юлдарын япҡан. Ашығыс ярҙам табибы Руслан Садиҡов һәм уның бригадалары кешеләргә бинанан сығырға ярҙам иткән. Максим Вербенин, инвалид коляскаһында булыуына ҡарамаҫтан, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, ҡыҙҙы пулянан ҡотҡара алған.
Теракттан һуң рәсми мөрәжәғәт менән Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Фажиғәнән һуң бөтә төбәктәрҙә лә террорға ҡаршы һәм диверсия характерындағы өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары индерелде тип билдәләне дәүләт башлығы. «Был ҡанлы үлтереш» артында тороусыларға яңы енәйәттәр ҡылырға бирмәү – бөгөн беҙҙең төп бурыс булып ҡала.
“Енәйәтселәр һалҡын ҡанлы һәм маҡсатлы рәүештә граждандарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы атып үлтереүгә барҙы. Ҡасандыр оккупацияланған территорияларҙа нацистар кеүек, улар күрһәтмә язалау, ҡанлы ҡурҡытыу акцияһы ойошторорға ниәтләй. Был енәйәтте башҡарыусыларҙың, ойоштороусыларҙың һәм заказсыларҙың барыһы ла ғәҙел һәм ҡотолғоһоҙ яза аласаҡ. Ҡабатлайым, беҙ террорсылар артында торған, был яуызлыҡты әҙерләгән, Рәсәйгә, халҡыбыҙға һөжүм иткән һәр кемде асыҡлаясаҡбыҙ һәм язаға тарттырасаҡбыҙ. Террористтарҙы, үлтереүселәрҙе, милләте булмаған һәм була алмаған кешелекһеҙҙәрҙе бәхетһеҙ, аяныслы яҙмыш көтә.Уларҙың киләсәге юҡ. Фронттағы хәрби иптәштәребеҙ, илебеҙ граждандары менән беҙгә, бер сафта булыу мотлаҡ. Мин күп милләтле халҡыма ышанам, - тине Владимир Путин.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан халҡы исеменән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙен белдерҙе. “Яуызлыҡ язаға тарттырылырға тейеш. Рухыбыҙҙы һындырырға, паника тыуҙырырға, йәмғиәтебеҙгә ыҙғыш, талаш индерергә теләүселәргә өмөтләнергә кәрәкмәй. Рәсәй берҙәм, бүленмәҫ, көслө ил булды һәм булып ҡаласаҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Зыян күреүселәргә һаулыҡ һәм рухи көс теләйем. Башҡортостан һеҙҙең менән”.
Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова был хәлде кешелеккә һәм тормошҡа ҡаршы енәйәт тип атаны. “Был тыныс тормошта йәшәгән кешеләргә, балаларға ҡот осҡос һөжүм. Барыбыҙ ҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләренең һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Зыян күреүселәрҙең барыһы ла тиҙ арала һауыҡһын», - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Анна Николаевна. Оператив кәңәшмәлә ул бөтә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, шулай уҡ халыҡ күпләп йыйылған башҡа урындарҙа хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.
Ҡаланың мәҙәниәт үҫеше үҙәге директоры Елена Антонова хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә хәүефһеҙлек техникаһы буйынса пландан тыш инструктаж үткәрелеүе хаҡында һөйләне. “Үҙәк коллективына террорға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тағы бер тапҡыр аңлатылды, территорияларҙы йышыраҡ тикшерергә, штаттан тыш хәлдәр тураһында өндәшмәй ҡалмаҫҡа, шикле әйберҙәрҙе ентекләберәк ҡарарға йәки объекттарға килгән сит кешеләр эргәһенән битараф рәүештә үтмәҫкә ҡушылды, - тине Елена Александровна. - Учреждение периметры буйлап, шулай уҡ фойела һәм тамаша залында видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған, ашығыс яуап биреү төймәләре, металл детекторы рамдары бар. Шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ваҡыты-ваҡыты менән ҡала мәҙәниәт һарайының бөтә биналарын ҡарап сыға”.
Теракт һөҙөмтәһендә яҡлауһыҙ кешеләр, шул иҫәптән балалар һәләк булды. Илебеҙгә килгән ҡайғыла бөтә Рәсәй халҡы берләште. Барыбыҙға ла тирә-яҡтағы ваҡиғаларға иғтибарлы булырға, туғандарыбыҙҙы һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлау мөһим.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: