Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
1 Апрель , 10:07

Республикала “Бәләкәй принцессалар балы” үтте

Ниндәй ҡыҙ бала сағында принцесса булырға хыялланмай? Юҡ, әлбиттә, ул киләсәктә уҡытыусы, табип йәки стюардесса буласағын белә, ә әлегә…

Республикала “Бәләкәй принцессалар балы” үтте
Республикала “Бәләкәй принцессалар балы” үтте

“Бәләкәй принцессалар балы” нда ғына улар сағыу таҫмалар,селтәрҙәр муйынсаҡтар һәм сәскәләр менән биҙәлгән кейемдә үҙҙәрен хас та, ысын әкиәт геройҙары итеп тойоуы мөмкин. Тантанаға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар саҡырылды. Балалар өсөн Благовещен мәҙәниәт үҫеше үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм «Маскаһыҙ» инклюзив театр студияһының «үҙенсәлекле» артистары улар өсөн әкиәт программаһы әҙерләне.Бындай матур эш һәр ҡыҙ көн һайын булһа ла, көндәлек мәшәҡәттәрен онота алһын тигән маҡсат менән эшләнде.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Елена Куликова сарала ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ ҡунаҡтарҙы йылы сәләмләне. Ул уларға көс, һаулыҡ, именлек, тыныс күк йөҙө теләне, һәр бала тыуған йортонда көлөп, йылмайып һәм шатланып йәшәһен тине. Елена Анатольевна 2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителеүен сарала ҡатнашыусыларҙың иҫенә төшөрҙө. Уның фекеренсә, көндәлек тормошта беҙ йыш ҡына эргәләге иң ҡатмарлы булғандарҙы күрмәйбеҙ. Әммә быйылғы йыл айырым балаларҙың, инвалид өлкәндәрҙең тормошо бер аҙ уңайлыраҡ булһын өсөн тырышырға кәрәклеген даими иҫкә төшөрөп торасаҡ.
Ойоштороусылар йәш ҡунаҡтарҙы үҙәк фойе ла уҡ улар үҙҙәрен әкиәт геройҙары итеп тойһон өсөн бар көсөн һалды. Ә сәхнәлә улар өсөн «Ҡурайҙың ете мөғжизәһе» музыкаль спектакле башланды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, «махсус» театрҙың бөтә актерҙары – Даун синдромы менән сирләгән үҫмерҙәр һәм йәштәр ине.
"Беҙҙең өсөн бындай саралар – күңелдәге бальзам кеүек. Ҡайһы берҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға аралашыу етмәй. Ә бында шөғөлләнгәндәр шатлана, йылмая башлай, бер-береһе менән аралаша. Бындай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк», - ти Наталья Конюхова.
Уның 12 йәшлек ҡыҙы Ангелина рәсем төшөрөү менән мауыға, шуға күрә балалар сәнғәт мәктәбендәге дәрестәргә шатланып йөрөй. Ҡыҙ тәбиғәтте һүрәтләргә ярата. "Әсәйем, балға барайыҡ, тигәс, бик шатландым. Бында барыһы ла бик шәп һәм ҡыҙыҡлы. Бөтә ҡыҙҙар ҙа сағыу, нәзәкәтле кейемдәр кейгән, яһанған, төҙәнгән, сәстәрен бөҙрәләткән. Беҙҙе принц ҡаршы алды, был да бик оҡшаны, - ти Ангелина.
Камилла Рогозина өсөн был сара яңылыҡ булып сыҡты. Ул кинәнеп фотоһүрәткә төштө һәм алып барыусыларҙың шаяртыуҙарынан көлдө, уйнаны. Әсәһе әйтеүенсә, ҡыҙ тиҫтерҙәре менән аралашыуҙан бигерәк, өйҙә күберәк ваҡытын үткәрергә мәжбүр.
"Бында саҡырылыуымды белгәс, бик шатландым, сөнки был минең өсөн мөһим ваҡиға. Әсәйем сәсемде матурланы, бик күп күлдәктәр араһынан иң яҡшыһын һайлап кейҙерҙе, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Камилла. Әсәһе әйтеүенсә, принцесса балда ла, көнкүрештә лә сибәр, ҡаралған, бөхтә итеп кейенгән булырға тейеш.

Республикала “Бәләкәй принцессалар балы” үтте
Республикала “Бәләкәй принцессалар балы” үтте
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: