Банк хеҙмәткәре Марина Кислицына пенсионерҙы алдарға маташҡан мутлашыусыларҙың пландарына ҡамасаулай.
Бөгөн Рәсәй эске эштәр министрлығының Благовещен бүлеге начальнигы урынбаҫары Марат Сәлихов ҡатынға әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
- Бер нисә көн буйына 75 йәшлек әбей банк бүлексәһенә килә, күп суммалы аҡсаны енәйәтселәр иҫәбенә күсерергә тырыша. Әбейҙең был ҡыланышына шикләнеп, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр уның банктағы профилен бикләй. Икенсе көндө ҡатын тағы килгәс, мин уның янына килеп, инструкция буйынса һорауҙар бирә башланым. Әбей, бер нимәгә ҡарамаҫтан, иҫәптән аҡса алырға кәрәк, тип ныҡыша, ә ни өсөн һәм кемгә аңлатып бирә алмай, тик инвестициялар менән шөғөлләнергә ҡарар итеүен раҫлай. Беҙҙең өгөтләүҙәргә ризалашманы, шул саҡта беҙ полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырҙыҡ, улар уның менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе, - тип һөйләне банк хеҙмәткәре Марина Юрьевна. - Мутлашыусылар йоғонтоһо аҫтында булған кеше, күрһәтмәләрҙә буталып китә, ул ни өсөн ҙур сумма аҡса кәрәклеген аңлата алмай. Беҙҙең аша бик күп граждандар үтә, башлыса, әлбиттә, өлкән быуын. Әммә потенциаль ҡорбандар араһында йәштәр ҙә бар. Телевидениела ла, интернетта ла мутлашыусылар тураһында мәғлүмәт күп, ә алданған кешеләр көндән-көн арта бара.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, финанс ойошмаһы, полиция йәки дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре булып танылһа, һөйләшеүҙе шунда уҡ тамамларға кәрәк. Мутлашыусыларҙың хәйләләренә бирешмәгеҙ һәм уларға аҡса күсермәгеҙ.