Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
6 Февраль , 14:04

Балалар зыян күрә

Дәүләт автоинспекторы ата-әсәләрҙән балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкәртеүҙәрен һораны

Балалар зыян күрә
Балалар зыян күрә

Бөгөн, 6 февралдә, 7.20 сәғәттә Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Благовещендың Комаров урамында юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр килә. Балалар зыян күрә.

ЮХХДИ-ның благовещен бүлексәһе инспекторы мәғлүмәте буйынса, 75 йәшлек Suzuki автомобиле водителе көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеленән ун метр үткән һәм юл аша йүгереп сығып барған ике балаға бәрелгән.

10 йәшлек ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр ала һәм реанимация бүлегенә оҙатыла. Уның 11 йәшлек бер туған ағаһын табиптар тикшерә һәм өйөнә ҡайтара.

Дәүләт автоинспекторы ата-әсәләрҙән балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкәртеүҙәрен һораны.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: