Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
10 Февраль , 19:44

Атайсал ысын патриоттарҙы йыйҙы

Иглин ауылының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе нигеҙендә «Атайсал. Ватан Көсө» төбәк форумы үтте

Атайсал ысын патриоттарҙы йыйҙы
Атайсал ысын патриоттарҙы йыйҙы

Иглин ауылының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе нигеҙендә «Атайсал. Ватан Көсө» төбәк форумы үтте. Уның эшендә Архангел, Бөрө, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Кушнаренко, Нуриман, Шишмә һәм Өфө райондары вәкилдәре ҡатнашты.

Форум сиктәрендә «Беҙҙең бренд. Халыҡ таныуы», ирекмәндәр штабтары күргәҙмәләре ойошторолдо. Сара төрлө тематик секцияларға бүленде. Уларҙа ҡатнашыусылар үҙ биләмәләрендә тормошҡа ашырылған әһәмиәтле проекттар менән таныштырҙы. Иглиндар һәм ҡунаҡтар бәләкәй Ватаныбыҙ именлеге хаҡына проекттарҙы бойомға ашырыуҙа үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Проектты тормошҡа ашыра башлағандан алып Иглин районының 700-ҙән ашыу вәкиле үҙенең кесе Ватанына 50 миллион һум самаһы аҡса һалған. «Атайсал» сиктәрендә мәсеттәр төҙөлә, шишмәләр, социаль әһәмиәтле объекттар төҙөкләндерә, мәктәптәр һәм мәҙәниәт йорттарына ярҙам ителә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам ойошторола һәм башҡа бик күп проекттар тормошҡа ашырыла. Шулар араһында иң ҙурҙары – Иглин ауылындағы «Солнечный» паркын, ашығыс ярҙам Станцияһы биләмәһен төҙөкләндереү, «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү.

Автор:Сиринә Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: