

Олег Рой “Геройҙар ваҡыты” тип аталған китабын алып килгән.
- Сергей Лобанов, Греков исемендәге студия, Оборона министрлығы рәссамдары менән бергә шәп проект тыуҙырҙыҡ. Греков исемендәге студия рәссамдары үҙҙәре алғы һыҙыҡта булды, китапҡа төшөрөлгән яугирҙәрҙе яу яланында төшөрҙөләр. Ә Сергей Лобанов беренсе көндән үк махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Китаптың презентацияһы бөгөн була, - ти ул.
Ә Китап байрамына килгәндә инде, ул республика өсөн дә, илебеҙ өсөн дә бик мөһим. Шул хәтлем ҙур йәрминкә ойошторғанһығыҙ. Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙандағы йәрминкә лә тиҙҙән икенсе урында ҡаласаҡ һеҙҙең менән сағыштырғанда, сөнки һеҙ байрамды шул хәтлем дөрөҫ ойошторғанһығыҙ. Бында уҡыусы һәм яҙыусы күҙгә-күҙ ҡарашып осраша ала, һәм тағы ла мине ҡыундырғаны һеҙ илһөйәрлек менән һуғарылған, махсус хәрби операцияға бәйләнгән әҙәбиәткә ҙур иғтибар бүләһегеҙ.