Йәйғор
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
3 Ғинуар 2023, 16:29

Дорогин кадеттары - Мәскәүҙә!

Ысын-ысын, Өфө районы Дорогин мәктәбе кадеттары Мәскәүгә барҙы. 

Дорогин кадеттары - Мәскәүҙә!
Дорогин кадеттары - Мәскәүҙә!

9-сы кластан алты кадет - Иван Никитин, Егор Вьюгов, Егор Михайлов, Злата Михайлова, Полина Чикина, Дана Ғүмәрова илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара кадет балынан бик уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Уларҙы тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлнара Әнис ҡыҙы һәм уҡытыусылары Ангелина Селиванова алып барҙы.

 Тарихи-мәҙәни ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, илһөйәрлек тәрбиәләү, дуҫлыҡ күперҙәре булдырыу, хәрби батырлыҡҡа хөрмәт күрһәтеү төп маҡсаты булған был сара Рәсәй Геройҙары көнөндә уҙҙы.

Быйылғы балда Рәсәйҙең 74 субъектының 403 уҡыу йортонан 1600 кадет ҡатнашты. Шулай уҡ Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан да вәкилдәр бар ине. Бындай балдар кадет мәктәптәре  барлыҡҡа килгәс 18 быуатта үткәрелә  башлай. Балда, әлбиттә, иң тәүге урында бейеүҙәр тора. Беҙҙең уҡыусылар 10 бейеү әҙерләп ҡатнашты. Улар араһында мазурка, полонез, вальс, падепатинер, кадриль, краковяк бар ине. Был бейеүҙәрҙе уларға бейеү дәрестәрен алып барыусы Ангелина Сергеевна Селиванова өйрәтте.

Балға әҙерлек ваҡытында видеопрезентация эшләнде, унда кадеттар ни өсөн ошо йүнәлеште һайлауҙарын, үҙҙәренең ынтылыштары, маҡсаттары, яулаған үрҙәре тураһында һөйләне.

Өфө районының Дорогин мәктәбе уҡыусылары, кадеттарҙан өлгө ала, улар кеүек илһөйәр, тәүәккәл, ҡыйыу булырға ынтыла. Ысынлап та, Дорогин кадеттарының маҡсаттары ҙур: улар илебеҙгә кәрәкле, файҙалы кеше булып үҫергә тырыша.

Азалия Шәйхлисламова,

Өфө районы Дорогин мәктәбенең 7-се “А” класы уҡыусыһы.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: