Никах тантанаһында буласаҡ ир менән ҡатындың туғандары, дуҫтары һәм Иглин районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ла яңы өйләнешеүселәрҙе шатлыҡлы көндәре менән ҡотланы.
– Егеттәр ялға ҡайтып тора, беҙ улар менән осрашабыҙ, аралашабыҙ, уларҙың хәлдәрен белешәбеҙ, – тине Гүзәл Рәйес ҡыҙы. – Улар ҡатнашлығында төрлө саралар үткәрелә, никах тантаналары булып тора, балалар тыуа. Тимәк, тормош дауам итә. Беҙ егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Бөгөн барлыҡҡа килгән яңы ғаиләгә бәхет теләйбеҙ.
Йәшәт махсус хәрби операция тиҙ арала тамамланыр һәм улар бәхетле бергә йәшәр, тип ышана.