Йәйғор
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
15 Март , 16:30

«Странник» саҡырыулы яугир илебеҙ Президентын һайлау өсөн участкаға килде

Иртәгә "Странник" үҙенең часына хәрби иптәштәре янына юллана

«Странник» саҡырыулы яугир илебеҙ Президентын һайлау өсөн участкаға килде
«Странник» саҡырыулы яугир илебеҙ Президентын һайлау өсөн участкаға килде

Иглин районынан «Странник» саҡырыулы яугир ҡатыны һәм яңы тыуған ҡыҙы менән илебеҙ Президентын һайлау өсөн участкаға килде. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияла булған яҡташыбыҙ, әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.
Иглинда тыуып үҫкән ир, 1-се мәктәпте тамамлағандан һуң, райондың һөнәрселек училищеһында тимерҙе һыуыҡ эшкәртеү слесары һөнәрен алған. Егет армияла инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Армиянан һуң ул Иглин газ участкаһына эшкә урынлашҡан. Унда ике йыл эшләү осоронда, ул яңы һөнәр ҙә үҙләштергән. Газ ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь һөнәренә лә өйрәнгән. Ҡул эштәренә оҫта ир үҙ ғаиләһен ҡороп ебәреп, ҡатынына һәм яңы улына хәстәрлекле атай ҙа булып өлгөргән.
2022 йылдың октябренән яугир махсус хәрби зонаһында ҡатнаша. Ул Луганск өлкәһендә тәьмин итеү взводында водитель булып хеҙмәт итә.
-Хәрбиҙәрҙе, һуғыш припастары, аҙыҡ-түлек ташыу - УАЗ йөк машинаһында эшләгән водителдең төп бурысы булып тора.
- Ҡайҙа ғына барманым, ниндәй генә кешеләр менән осрашманым, - ти яугир. Шул ваҡыттан алып дуҫтарым мине сәйәхәтсе тип атай, шуға күрә саҡырыуымды ла күп уйлап тормай, ”Странник” тип алдым.
Күптән түгел уларҙың ғаиләһендә ҡыҙ бала тыуған. Ил президентын һайлауҙың беренсе көнөндә яугир ҡатыны һәм ҡыҙы менән бергә һайлау участкаһына барып, гражданлыҡ бурысын үтәне.
- Ил президентын һайлау - дәүләт өсөн мөһим сәйәси ваҡиға, шуға күрә иртән бергәләп һайлау участкаһына килдек, – тине ирле-ҡатынлы. - Бөгөн беҙҙең дөрөҫ һайлауыбыҙ, киләсәктә илебеҙҙең яҙмышын билдәләйәсәк.
Иртәгә "Странник" үҙенең часына хәрби иптәштәре янына юллана. Хәйерле, имен-аман юлдар теләп ҡалайыҡ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: