Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
5 Сентябрь , 15:10

Башҡортостанда һәләтле йәштәр йәшәй

Йәштәребеҙҙең иң изге, иғтибарлы һәм сағыу вәкилдәренең береһе - Сергей Кротов

Башҡортостанда һәләтле йәштәр йәшәй
Башҡортостанда һәләтле йәштәр йәшәй

Башҡортостанда йәштәр социаль практикаларға әүҙем ҡушыла, үҙенең перспективалы проекттарын тормошҡа ашыра. Республиканың идара итеү командаһы ярҙамында Йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт Комитетының йәштәр проект офисының системалы эше ойошторолдо, шул иҫәптән улар төрлө гранттар яуларға ярҙам итә.
Йәштәр булған ерҙә тормош ҡайнай
Йәштәребеҙҙең иң изге, иғтибарлы һәм сағыу вәкилдәренең береһе - Сергей Кротов. "Башҡортостанда йәштәр менән эшләүҙең яңы стандарттары булыуы ҡыуандыра. Йәмәғәт тормошонда ирекмәндәр хәрәкәтенең әһәмиәте артыуын билдәләп үтмәй булдыра алмайым. Биш йыл Благовещен районында был хәрәкәтте үҫтерергә ярҙам иттем һәм хәҙер ҙә йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнеүемде дауам итәм, - ти Сергей. - Башҡортостан Башлығы вазифаһына Радий Хәбиров килгәс, 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалалар ныҡ үҫешә башланы. Был инфраструктураға, иҡтисадҡа ғына ҡағылмай...»
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты мәғариф, мәҙәниәт, спорт, фән һәм инновациялар өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар һәм субсидиялар биреп, төрлө башланғыстарҙы үҫтереүгә һәм яҡлауға булышлыҡ итә, тип билдәләне Сергей Кротов.
Ведомство даими рәүештә йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән спорт саралары, ярыштар һәм проекттар үткәрә. Бынан тыш, республикала йәштәр учреждениеларын реновациялау буйынса комплекслы эш алып барыла. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Өфөлә «Йәшлек House» заманса йәштәр майҙаны асылды, ул ирекмәндәр һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәрен йәлеп итеү нөктәһенә әйләнде. Проекттың ҙур популярлығы арҡаһында «Йәшлек төбәге» программаһы булдырылды, шуның арҡаһында муниципалитеттарҙа ла ошондай урындар барлыҡҡа килә.
Башҡортостанда йәштәр өсөн төрлө белем биреү форумдары үткәрелә, мәҫәлән, «Смарт-Тау», әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика премиялары, фән һәм техника өлкәһендә премиялар бар.
Сергей Кротов «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһе менән бүләкләнде. «Минеңсә, ирекмән булыу - ул һөнәр, – тип һөйләй Сергей. - Мин был хәрәкәттә бала саҡтан уҡ эшләнем. 12 йәшемдә мин ирекмәндәр отрядына индем, колледжда уҡыған мәлдә 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан «Йәштәр энергияһы» ирекмәндәр үҙәген етәкләнем. Был эш бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә».
- Беҙ һеҙҙең менән ҡатмарлы, әммә иҫ киткес заманда – саҡырыуҙар, яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр дәүерендә йәшәйбеҙ. Һәм был юлды бергәләп лайыҡлы үтергә тейешбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Һеҙ беҙҙең өсөн ҙур таяныс һәм ярҙам. Йәштәребеҙ илдең һәм республиканың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуын иҫбатлай.
Айырым кешеләр - эшҡыуарҙар
Йәштәрҙең күбеһе сит кешегә эшләүгә ҡарағанда, үҙ эшенә өҫтөнлөк бирә. Һәм был билдәле инфобизнесҡа йәки «һатып алыу-һатыу» йүнәлешенә генә ҡағылмай.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә 560 меңдән ашыу кеше эшләй. Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, һис шикһеҙ, эшҡыуарҙарға санкция баҫымын һәм сикләү сараларын үҙ өҫтөнә алырға тура килде. Быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бүленгән федераль средстволар күләме буйынса республика илдә алдынғы урында тора.
Благовещен эшҡыуарҙары араһында шәхси эшҡыуарҙар Кирилл һәм Резеда Кириловтар 2023 йылда «Йәш эшҡыуар» программаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 500 мең һум күләмендә субсидия алды.
«Эйе, был яҡшы ярҙам. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, «Милк» кафеһын асыуға дөйөм сығымдар биш миллион һумға етте. Был сумманың эсенә бинаны ҡуртымға алыу һәм ремонтлау, өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыу ҙа инде. Етмәгән аҡса кредит иҫәбенә йәлеп ителде. Дизайнер яллап бинаны ярты йыл эсендә тәртипкә килтерҙек, - тип һөйләй Кирилл.- Миңә Мәскәүҙә эш тәҡдим иттеләр, әммә мин үҙ ҡаламдың патриоты. Күптән түгел баш ҡаланан яҡшы таныштар ҡасан эшләргә килеүемде һораны, уға мотлаҡ киләм, тик ҡунаҡҡа ғына, тинем. Мәскәүҙә мин күптәрҙең береһе буласаҡмын, ә Благовещенда кешеләр беҙгә ышана, беҙҙе белә, таный».
Ирле-ҡатынлы Кириловтар әйтеүенсә, бизнесты алып барыуҙа ҡала һәм район хакимиәттәре яҡшы ярҙам итә. “Идея килеп сыҡһа, эшҡыуарлыҡ сәғәтенә барам, белгестәр беҙҙе тура йүнәлеш буйынса ебәрә, кәңәштәр бирә”, - тип уртаҡлаша Кирилл.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ике йылда Башҡортостандан 395 йәш эшҡыуар 190 миллион һумлыҡ грант алды, 312 социаль эшҡыуар 150 миллион һумдан ашыу суммаға ярҙам итте. 2021 йылдан агробизнестың 366 вәкиле миллиард һумдан ашыу дөйөм суммаға гранттар һәм субсидиялар алды.

Башҡортостанда һәләтле йәштәр йәшәй
Башҡортостанда һәләтле йәштәр йәшәй
Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: